+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2023, 15:40

Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты

Ҡыҙыл һыуында ҡойоноп, Әйүкә, Байҙаҡан, Кәзәһуйған буйҙарын буйлап, Мейесташта уйнап үҫкән, ваҡыты еткәс урындағы башланғыс мәктәбенә, артабан белем үрҙәрен яулау өсөн Арҡыры тау аша артылып Тал Ҡусҡарына уҡырға барған Ярлыҡап ҡыҙҙарының баласаҡ йылдары башлыса бер һуҡмаҡтарҙан үтә. Әммә яҙмыш елдәре еткән ҡыҙҙарҙы төрлө яҡтарға тарата. Осрашыуға ҡайтҡандар ана шул тыуған тупһанан айырылып киткән мәлдән үтелгән юлдарын байҡап хәтер ебен тағатты: ҡайҙа йәшәүе, кем булып эшләүе, ғаиләһе, балалары тураһында бәйән итте. Ғорурланып, ҡыуанып һөйләрлек хәбәрҙәрен бушаттылар, хәсрәттәрен бүҫкәрттеләр. Ҡасанғы шуҡ-шаталаҡ ҡыҙҙарҙан уңған  хужабикәләр, тоғро ҡатындар, хәстәрлекле әсәләр, эш урындарында намыҫлы хеҙмәткәрҙәр үҫеп сыҡҡан. Күптәре инде хаҡлы ялда, ейән-ейәнсәрҙәр һөйә, дин юлынан атлаусылар бихисап. Араларында тол ҡалғандары ла, бала ҡайғыһы кисергәндәре лә юҡ түгел, кемдәренең ғәзиз улдары махсус хәрби операцияла Тыуған ил сиген һаҡлай... Ярлыҡап ҡыҙҙарының баласаҡ, йәшлек иленә сәйәхәте тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты

Кендек ҡаны тамған ғәзиз ерҙә

Төрлө йылдарҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған ауылдан сығып киткән Ярлыҡап ҡыҙҙары бер көнгә хәсрәтһеҙ баласаҡ, гүзәл йәшлек иленә ҡайтты. Зөлфирә Фәтхетдинова-Мәһәҙиеваның башланғысын күтәреп алып, «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!» байрамын ойоштороуға мәғариф ветераны Тәнзилә Ҡунафина, клуб мөдире Ләйсән Абдуллина һәм ауылдың егәрле килендәре көс һалды.

Йылдар аша һағынышып, бер күрешеүгә зар булып ҡайтты Ярлыҡап ҡыҙҙары. Яҡындағыларын да, йырыҡтағыларын да бер үк тартыу көсө йәнтөйәккә әйҙәне. Күптәре өсөн ауылға юл ябыҡ хәҙер. Күҙ төбәп ҡайтыр урындары, көтөп торған ғәзиздәре ҡалмауы үкенесле. Ә бит кендек ҡаны тамған ғәзиз ер яҡын һәм үҙенә тарта.

Байрам буласаҡ тигән хәбәр заман мессенджерҙары аша «һә» тигәнсә таралып, төрлө яҡтарҙа йәшәүсе Ярлыҡап ҡыҙҙарын бер чат-ҡорға йыя, дистанциялы рәүештә сараны ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, онлайн аҡса туплана, бүләктәр хәстәрләнә. Һәм бына осрашыу көнөндә ҡыҙҙар машиналарҙа тыуған ауылдарына елдереп ҡайтып та төштө. Бала саҡтарында йәйәү йөрөп уҡыуҙың михнәтен күп татығанғамы уларҙың күбеһе бөгөн рулгә хужа. Был иһә ярлыҡаптар өсөн шаҡ ҡатырлыҡ яңылыҡ түгел. Уҙған быуаттың 70-сы йылдарында уҡ ауылдаштары Зөлфирә Фәтхетдинова шоферға уҡып сығып, йөк машинаһын «эйәрләй», водитель ҡыҙҙы бөтә район хәтерләй.

 

Гөлфиәнең бүләге

Байрамса биҙәлгән, дәртле музыка ағылған клуб алдына йыйылды ҡыҙҙар. Ҡунаҡтарҙы килендәр һыйлы сәй өҫтәле әҙерләп ҡаршыланы. Сибайҙа йәшәүсе Гөлфиә Иҫәнбулатова-Әминева ауылдаштарына байрам бүләге итеп Сибай концерт-театр берекмәһенең нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның «Ҡырк сырағым» моноспектаклен алып ҡайтты. Тамаша бер кемде лә әҫәрләндермәй ҡалманы. Ҡатын-кыҙҙың ҡырҡ образ-сүрәтенә ингән актрисала һәр кем үҙенә генә хас хис-тойғоларҙы, кисереш-борсолоуҙарҙы, яратыу-тетрәнеүҙәрҙе танып, берсә янды, берсә һүнде, ҡабаттан ҡабынды... Ҡыҙҙар байрамына иҫ киткес шәп бүләк әҙерләгән бағыусы булып сығыш яһаусы медицина өлкәһендә үҙ эшен булдырған шәхси эшҡыуарға афарин тиергә генә ҡала.

— Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында яратҡан инәйҙәремде, апай-һеңлеләремде шатландыра алыуым ҙур ҡыуаныс, — ти Гөлфиә Нуриәхмәт ҡыҙы.

 

Тормош юлдары ҡатмарлы

Ошонда тыуып, Ҡыҙыл һыуында ҡойоноп, Әйүкә, Байҙаҡан, Кәзәһуйған буйҙарын буйлап, Мейесташта уйнап үҫкән, ваҡыты еткәс Ярлыҡап башланғыс мәктәбенә, артабан белем үрҙәрен яулау өсөн Арҡыры тау аша артылып Тал Ҡусҡарына уҡырға барған Ярлыҡап ҡыҙҙарының баласаҡ йылдары башлыса бер һуҡмаҡтарҙан үтә. Әммә еткән ҡыҙҙарҙы яҙмыш елдәре төрлө яҡтарға тарата. Осрашыуға ҡайтҡандар ана шул тыуған тупһанан айырылып киткән мәлдән үтелгән юлдарын байҡап хәтер ебен тағатты: ҡайҙа йәшәүе, кем булып эшләүе, ғаиләһе, балалары тураһында бәйән итте. Ғорурланып, ҡыуанып һөйләрлек хәбәрҙәрен бушаттылар, хәсрәттәрен бүҫкәрттеләр. Ҡасанғы шуҡ-шаталаҡ ҡыҙҙарҙан уңған  хужабикәләр, тоғро ҡатындар, хәстәрлекле әсәләр, эш урындарында намыҫлы хеҙмәткәрҙәр үҫеп сыҡҡан. Күптәре инде хаҡлы ялда, ейән-ейәнсәрҙәр һөйә, дин юлынан атлаусылар бихисап. Араларында тол ҡалғандары ла, бала ҡайғыһы кисергәндәре лә юҡ түгел, кемдәренең ғәзиз улдары махсус хәрби операцияла Тыуған ил сиген һаҡлай...

 

Хөрмәтле ауылдаштар хөрмәт ителде

Үҙ-үҙҙәренә бынамын тигән байрам ойошторҙо Ярлыҡап ҡыҙҙары. Башта иң оло ауылдаш апайҙарҙы хөрмәтләнеләр. Сарала ҡатнаша алмағандарҙың бүләктәрен туғандары тапшырасаҡ. 94 йәшкә еткән Нәғимә Илһамова һәм Фәғилә Ильясова Асҡарҙа балалары ҡулында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Туҡһанды теүәлләгән Ҡаҙмашта йәшәүсе Сәмиға Суфияноваға, Асҡарҙа торған Рәсимә Иҫәнбулатовағак, Хәсимә Баһауваға, Таштуйҙа ғүмер кисеүсе Вәлимә Зәйнуллинаға, Ишҡолда донъя ҡорған Сәкинә Шакироваға һәм яҙмыш елдәре Ҡыҙыл районына ташлаған Хәшиә Шакироваға ла бүләктәр әҙерләнгәйне.

Уларға етәге 80 йәште уҙғандар — Һамарҙа йәшәүсе Гөлсирә Алтынбаева, Белоретта балалары янында булған Сәлимә Миҙәтова-Фәтхетдинова, 66 йыл элек Тал Ҡусҡарына килен булып төшкән Зифа Минһажева тәбрикләнде. Рауилдән килгән Гөлсирә Харисова быйыл 80 йәшен билдәләй. Әйткәндәй, юбилярҙарға ла бүләктәр бирелде. Ололарҙың үҙ аяҡтарында һәм зиһен теүәллегендә байрамға ҡайта алыуҙары сараға мәртәбә өҫтәне.  

Артабан 70-тән өлкәндәр сәхнәгә саҡырылды. Асҡарҙа йәшәүсе Нәғимә Мифтахова, Рауилдән Нәфисә Ғәйнуллина — хеҙмәт йылдарын мәғариф өлкәһенә бағышлаған. Тәғзимә Ҡунафина-Мулдаярова оҙаҡ йылдар «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире булған. Зөһрә Фәтхетдинова 59 йыл инде Асҡарҙа йәшәй.

Ярлыҡап күренекле шәхестәре менән дан тота. Бәләкәй генә ауылдан күпме уҡымышлы кешеләр сыҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғына өс фән кандидаты булыуы бәләкәй ауыл өсөн оло ғорурлыҡ. Улар — филология фәндәре кандидаты Венера Илһамова, медицина фәндәре кандидаты Люциә Баһаува һәм химия фәндәре кандидаты Асия Ильясова. Һуңғыһы ошо байрамға тип баш ҡаланан ҡайтып төшкән.

Асия Ирғәле ҡыҙы тәү тапҡыр мәктәпкә барған көнөн көлөп иҫкә төшөрҙө. 1 сентябрь малайҙар менән һыу буйына уйнарға сығып олаҡҡан ҡыҙҙы әсәһе әрләп алып ҡайтып уҡырға оҙата. Дәрес башланған, парталар артында урын ҡалмаған — бына шул уйынға әүрәп мәктәпкә һуңлаған ҡыҙға күп белем баҫҡыстарынан күтәрелергә тура килә. 6-сы кластан һуң ауылынан айырыла, туғыҙынсыға тиклем Уралда уҡып, урта мәктәпте Асҡарҙа тамамлай. БДУ-ның химия факультетын уңышлы тамамлаған Ярлыҡап ҡыҙы химия институтына эшкә йүнәлтелә. 22 йыл ошонда хеҙмәт итеү дәүерендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1990 йылдарҙан Өфө сервис университетында уҡыта, 2018 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан.

 

Апайы-һеңлеле булып йәшәүҙәре ҙур бәхет!

Ярлыҡаптың ишле ғаиләләрендә ҡыҙҙар күп тыуған ваҡытында. Бала саҡтан етәкләшеп үҫкән апайлы-һеңлелеләр тормош юлында ла бер-береһенә ныҡлы терәк булып атлай. Ана шундай ышаныслы таянысы булған бер туғандар күп булды был сарала. Асҡарҙан Сәғирә Фәтхетдинова менән Магнитогорскиҙа йәшәп олоғая килә иренең тыуған төйәге Дауытҡа ҡайтып төпләнгән Сәфинә Хәкимова икеһе лә ижади күңелле заттар. Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы 30 йыл бухгалтер булып эшләгән, бер юлы ҡалала башҡорт-татар шағирҙарын берләштергән әҙәби берекмәне лә етәкләгән. Ул үҙенең ижадынан тыуған ауылына арналған шиғри шәлкемен уҡып ишеттерһә, Сәғирә апай моңло йыр бағышланы.

Нәзифә һәм Әсғәт Илһамовтарҙың ете балалы ҙур ғаиләһендә дүрт ҡыҙ үҫеп буй еткерә. Нәйлә менән Фәниә байрамға ҡайта алмаһалар, уларҙың һағынышлы сәләмдәрен Өфөнән килгән Роза Абдуллина һәм Асҡарҙан Лилиә Исрафилова еткерҙе. Педагогик хеҙмәт ветераны булған Роза Әсғәт ҡыҙы «Ярлыҡабым — тыуған ауылым» тип аталған китап яҙған. Ул шул китаптарын ауылдаштары Учалынан килгән Сәриә Боҫҡоноваға, Сибайҙан Гөлфиә Әминеваға, Шишмә районынан Зөлфиә Ғәбитоваға, Ҡырҙастан Тәнзилә Ҡунафинаға һәм Ярлыҡап ауылының клуб мөдире Ләйсән Абдуллинаға бүләк итте. Илһамовтар нәҫеленән бүләк итеп ауыл ейәнсәре Айзилә Исрафилова матур бейеү бағышланы.

Һигеҙ бала араһында биш егәрле ҡыҙ үҫтергән Рабиға һәм Мотаһар Мифтаховтарҙың өс ҡыҙы сарала ҡатнашты. Нәғимә Асҡарҙа балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Ғәлимә тегенсе, Сәлимә Магнитогорскиҙа балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Атай йортон тәрбиәләп, гөл итеп тотҡан, ялдарын Ярлыҡапта үткәргән ҡыҙҙарҙың төпсөгө исеменә рәхмәт һүҙҙәре лә әйтелде.

Шәмсинур һәм Ирғәле Ильясовтарҙың һигеҙ балаһының ҡап яртыһы – ҡыҙҙар. Улар теүәл составта байрамға килде. Иң өлкәндәре Асия тураһында үрҙә телгә алынды.  Ғәлиә  Магнитогорскиҙа штукатур-маляр булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хәҙер Өфөлә балалары янында. Сафия Баймаҡта йәшәй, 37 йыллыҡ педстажға эйә хеҙмәт ветераны. Сания Асҡарҙа, оҙаҡ йылдар үҙәк район китапханаһында методик бүлекте етәкләгән.

Ғәйниямал һәм Һаҙый Зәйнуллиндарҙың ҡыҙҙары Зөлфирә Асҡарҙа, Фәрхәнә Тал Ҡусҡарында, Гөлсирә Магнитогорск янында Приморский ҡасабаһында донъя ҡорған, тормошта һәр ҡайһыһы үҙ урынын тапҡан.

Ғәйниә һәм Фитрат Әхмәҙуллиндар береһенән-береһе сибәр дүрт ҡыҙға ғүмер биргән. Апалы-һеңлеләрҙең иң өлкәне Сәриә Ишкилде ауылында, Фәниә, Зилә, Гөлнур Асҡарҙа төпләнгән.

Зөһрә һәм Дамир Харисовтарҙың өлкән ҡыҙҙары Зөлфирә Асҡарҙың “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында хеҙмәт итә, өлкән тәрбиәсе, РФ-ның Мәғариф министрлығы Почет грамотаһына лайыҡ булған. Ул үҙенең тәүге уҡытыусыһы Нәфисә Ғәйнуллинаға класташтары исеменән бүләк тапшырҙы. Гөлфирә Ҡолоҡаста йәшәй, почта хеҙмәткәре.

Ҡыҙбикә һәм Әбделхай Йыһановтарҙың ҡыҙҙары Сара  Таҡһырҙа йәшәй, 27 йыл балалар баҡсаһында эшләгән,  Клара Ярославлгә китеп шул яҡта тормош ҡора, хәҙер Верхнеурал районында йәшәй.

Рауза һәм Мәхмүт Рыҫҡоловтар нигеҙендә өс ҡыҙ буй еткергән: Еүәйрә Гусевта йәшәй, хужалыҡта маҡтаулы һауынсы була, Фәриҙә дөйөм туҡланыу өлкәһендә эшләй, Нуриҙә социаль хеҙмәткәр, икеһе лә Асҡарҙа төпләнгән.

 

Тыуған тупраҡ тарта

1967 йылда бортлы машина башында «Хуш, ауылым!»ды йырлап Учалыға уҡырға киткән Сәриә Боҫҡонова шул тарафта яҙмышын осрата. 39 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан апай Учалы ҡалаһының «Хазина» фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Ауылын, бергә үҫкән әхирәттәрен  һағыныу сәләмдәрен йыр аша юлланы ул. Сәриә Ғүмәр ҡыҙы артынса уның класташтары Красная Башкириянан килгән Зөһрә Вәлиева, Ҡырҙастан мәғариф ветераны Тәнзилә Ҡунафина һүҙ алды, Тәнзилә Рысйән ҡыҙының өлкән улы Рөстәм Ярлыҡапта олатай нигеҙендә йәшәй, ейәнсәре Ләйлә Нөғәмәнова ҡылҡумыҙ моңдары бүләк итте. Алыҫ баласаҡ эҙҙәрен юллап, дуҫ-иштәрен эҙләп Йомабикә ... Хәйбулла районынан ҡайтып төшкәйне. Зөлфиә Ғәбитова Шишмә районында йәшәй, әсәһе уҡытыусы Сәүҙә Әғзәм (???) ҡыҙының, һеңлеһе Люциә Рәфил ҡыҙының сәләмдәрен алып ҡайтҡайны. Ләтифә Шакирова Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында нигеҙ ҡорған. Нәсимә Фәтхетдинова алыҫ Новосибирск яҡтарына сығып китә, Силәбе өлкәһенең Агап районында йәшәй, хәҙерге ваҡытта Белоретта.  Фәһимә Мөлөкова Федоровка районы егетенә кейәүгә сыға, йүнәлтмә буйынса Когалымға юлланған ғаилә шул тарафта төпләнә. Рәмилә Вафинаны яҙмыш йәшләй Ульяновскиға илтә, Волга егетенә кейәүгә сыҡҡан Ярлыҡап ҡыҙы иптәшен үҙебеҙҙе яҡҡа алып ҡайта, Асҡарҙа нигеҙ ҡороп ғаилә биш бала үҫтергәндәр. 

Заманында «перспективаһыҙ» мөһөрө тағылған ауылдан күп кенә ғаиләләр район үҙәгенә күсергә мәжбүр була. Эш кәрәк, балаларҙы уҡытырға кәрәк. Лилиә Ильясова дүрт йәшлек сағында Ярлыҡаптан күсеп китеүҙәрен яҡшы хәтерләй, үҙен ошо ауыл ҡыҙы тип иҫәпләй. Миңзәлә Асҡарова-Төркмәнованың ғаиләһе лә бәләкәй сағында Асҡарға күсеп китә. 1969 йылда Ярлыҡапта бер бөртөк бала тыуа. Бәширә һәм Нуриәхмәт Иҫәнбулатовтарҙың бәләкәй ҡыҙҙары Гөлфиә булыр ул. Тормоштоң әсә-сөсөһөн бала саҡтан татыған, әммә бирешмәгән егәрле ҡыҙҙы ауылда кемдәр генә улына килен итеп алыу хаҡында хыялланмаған. Ләкин Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, Сибайға медицина училищеһына уҡырға ингән Гөлфиәне яҙмышы шул ҡалала көтә. Студент йылдарында уҡ тормошҡа сыҡҡан ҡыҙ ғаиләһенән уңған, хеҙмәт даирәһендә лә тырышлығы менән уңыштар ҡаҙанған. Эшҡыуар ҡатын өсөн дә Ярлыҡап — ер йөҙөндәге иң яҡын урын.

 

Ярлыҡап ҡыҙҙары — Ярлыҡап килендәре

«Бүтәндәр төрлө яҡтарға таралып китеп бөтһә, беҙ Ярлыҡаптың «первый» сорт ҡыҙҙарын ауылдаш егеттәр ситкә ебәрмәй алып ҡалды», — тип шаяртты сығышында Мәфрүзә Асрланова-Ильясова. Тормош иптәше Юлай Ирғәле улы менән хеҙмәт иткән, балалар үҫтергән йылдарында Асҡарҙа йәшәһәләр, хәҙер тыуған ауылдарында ҙур йорт төҙөгәндәр.

Ярлыҡаптың аҫыл, «первый» сорт ҡыҙҙары асылда байтаҡ ҡына булып сыҡты. Байрамға килеүселәрҙән 82 йәшлек Сәлимә инәй парлы тормош юлын ауылдаш егет Вәлиәхмәт Фәтхетдинов менән үтеүенә һис үкенмәй, улар татыулыҡта биш бала үҫтергәндәр. Ғәлимә һәм Фәрит Әхмәҙуллиндар, Зөлфирә һәм Миҙхәт Бикҡужиндар, Әлфиә һәм Нуриман Вафиндар, Гөлнара һәм Мансур Вафиндар ҙа бер-береһен бала саҡтан белеп үҫеп матур ғаиләләр ҡорған.

 

Осрашыу юғары кимәлдә үтте

Байрамдың клубта үткән рәсми өлөшөн бик ойошҡанлы, йөкмәткеле итеп Тәнзилә Ҡунафина алып барҙы. Сарала Ярлыҡап ҡыҙҙарының тыуған ауылдарына — клубҡа һәм мәсеткә инселәнгән иҫтәлек бүләктәрен дә тапшырып киттеләр.

Артабан байрам йәмле Ҡыҙыл буйында дауам итте. Ҡыҙҙар салдырған ҡорбанды хажи Нуриман Вафин аят-доғалар өмөт иткән әрүахтар рухына, ил-йорт именлегенә һәм әлеге ваҡытта Украинала йөрөгән ир-егеттәрҙең иҫәнлек-һаулыҡтарына бағышланы.

Ярлыҡап ҡыҙҙарының баласаҡ, йәшлек иленә сәйәхәте бының менән генә тамамланманы. Һөйләшеп һүҙҙәре, уртаҡлашып хәтирәләре бөтмәне. Уйын-көлкөгә лә урын табылды. Кис төшкәс, усаҡ янында пионер саҡтарҙы хәтерләп, йырлашып ултырҙылар. Унан һуң таң һыҙыла башлағансы клубта ритайым ойошторҙолар.

Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Ярлыҡапҡа ҡыҙҙар ҡайтты
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: