+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2023, 14:15

I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты Аҫҡын ауылы эргәһендә үтә

Бөгөн иһә чемпионатта үҙҙәрен һынап ҡараусылар Аҫҡын ауылы эргәһендә йыйылды.

I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты Аҫҡын ауылы эргәһендә үтә
I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты Аҫҡын ауылы эргәһендә үтә

16-22 сентябрҙә Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән һәм Рәсәйҙең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығы етәкселеге ярҙамында I “ГеоВызов” халыҡ-ара геологик чемпионаты уҙғарыла. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шул иҫәптән Красный Луч (ЛНР) ҡалаһынан команда һәм Ҡаҙағстандан бер төркөм ҡатнаша.

Күләмле сара Өфө һәм Шишмә (“Патриот” паркы) райондарынан тыш, районыбыҙҙың Асҡын киҫелешендә уҙа. Бөгөн иһә чемпионатта үҙҙәрен һынап ҡараусылар Аҫҡын ауылы эргәһендә йыйылды. Улар төрлө этаптарҙан торған һынауҙарҙы үтеп еңеүсене билдәләй.

Дастан Турсунгалиев, студент (Ҡазахстан Республикаһы, Усть-Каменогорск ҡалаһы):

– Беҙ Башҡортостанға йыраҡ араларҙы яҡынайтып 15 сентябрь килдек. Беренсе көндән үк бик йылы ҡаршы алдылар, бөтә шарттар ҙа булдырылған, шуға ла һәр беребеҙ үҙебеҙҙең йортобоҙҙа кеүек хис иттек. Был сарала ҡатнашыу өсөн ҙур әҙерлек менән килдек. Шуға ла еңеүгә өлгәшергә тип өмөт итәбеҙ. Бер рәттән буласаҡ коллегаларым менән танышып, тәжрибә уртаҡлашабыҙ һәм файҙалы кәңәштәр менән бүлешәбеҙ.

Антонов Роман, студент (Татарстан Республикаһы):

– Чемпионат башланыр алдынан ике көн элек ауырып китһәм дә, бәйгелә ҡатнашырға ҙур теләк менән юлландым. Башҡортостанға килеү менән хозур тәбиғәте хайран ҡалдырҙы. Саф һауа, тау-йылғалар, тирә-яҡтың гүзәллеге – былар барыһы ла миңә көс биреп, тиҙ-арала дауалаған кеүек булды. Эҙләнеү барышында пегматитов тамырын, йәиһә алмаз, гранат тапһам бик шат булыр инем.

Автор: Рахимов А.  

https://inzerarh.ru/news/novosti/2023-09-19/i-geovyzov-haly-ara-geologik-chempionaty-a-yn-auyly-erg-end-t-3444903?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=184082783 

Автор:
Читайте нас: