+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2023, 10:07

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына яңы төбәк ярҙам саралары

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йәһәтенән яңы төбәк саралары барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән ғәмәлдәге саралар исемлеге 37-гә тиклем арттырылды.

Тейешле документ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләнгән. Документ менән хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса интернет-порталда танышырға мөмкин: https://vk.cc/cqZ639

Яңы ярҙам саралары исемлеге:

???? коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;
???? грант алған осраҡта эшмәкәрлектең план күрһәткестәрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;
???? «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр биреү;
???? балаларын йәшәү урынына яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү;
???? физкультура-спорт ойошмаларына иң тәүҙә уларҙы ҡабул итеү хоҡуғы;
???? мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға ташлама менән йөрөү.

МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы иҫәбенә:

- уның менән законлы никахта торған ире (ҡатыны);
- эшкә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсәһе (уллыҡҡа алыусылары);
- ата-әсәһе булмау сәбәпле, уны кәмендә өс йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған эшкә һәләтһеҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;
- уны кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған эшкә һәләтһеҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;
- бәлиғ булмаған балалары,
- 18 йәше тулғансы инвалид булған 18 йәштән өлкән балалары;
- белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары инә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары махсус чат-ботта тупланған: https://vk.cc/cpMRvx

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: