Рәсәй Президенты Владимир Путин шундай ҡарар ҡабул итте. РФ Хөкүмәтенә өс ай эсендә федераль именлек хеҙмәте менән килешеү буйынса онлайн тапшырыласаҡ документтар исемлеген төҙөү йөкмәтелә.Шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһын ҡулланыу тәртибе, мәғлүмәт составы һәм уларҙы эшкәртеү ысулы раҫланырға тейеш. Һанлаштырыу министрлығына юридик шәхестәр һәм уларҙың эшмәкәрлек төрҙәре реестрын алып барыу йөкмәтелде.