Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ағымдағы йылдың һигеҙ айында 2 миллион 83 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк. Августа сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 322 мең квадрат метр тәшкил итте, был 2022 йылға ҡарағанда 24 процентҡа күберәк. Дөйөм күләмдән 1,5 миллион квадрат метры халыҡ тарафынан сафҡа индерелгән.
Республикала халыҡтың уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу буйынса “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты эшләй, уның төп бурысы -торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу, федераль һәм төбәк торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу. Был милли проект ил Президенты Владимир Путинды указы менән булдырылды.