Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, социаль контракт буйынса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәүсе граждандарға адреслы ярҙам күрһәтелә.
-Быйыл айырыуса һорау менән файҙаланылған йүнәлештәр – эш эҙләү (1222 контракт) һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге йүнәлеше (815 контракт). Бизнес башлаусылар күберәк ауыл хужалығы, автосервис, мәғариф, спорт, етештереүҙең төрлө төрҙәрен һәм бьюти индустрияны һайлай. Барлығы йыл башынан республикала йәшәүселәр 3490 социаль контракт төҙөнө. Улар буйынса 496, 2 миллион һум түләнде, - тине ведомство етәксеһе Ленара Иванова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр үҙҙәренең эшен асыуға 350 мең һумға тиклем, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ үҫтереүгә 200 мең һумға тиклем, ауыр тормошто хәл итеүгә ай һайын 13789 һум (иң ҙур ваҡыт – алты ай) алыу мөмкинлегенә эйә.
Эш эҙләүгә контракт төҙөгәндәге ярҙам күләме 13789 һум тәшкил итә.Эшкә урынлашҡанда әлеге күләмдә тағы ла өс ошондай түләү түләнә. 30 мең һумға тиклем ярҙамды ҡабаттан уҡыған саҡта ла алырға мөмкин, был осорҙа өс айға тиклем ай һайын 6894, 5 һум түләнә.
Һуңғы өс йыл эсендә программала ҡатнашыусылар һаны 10 меңдән артып китте. Уларға түләүгә 1,4 миллиондан ашыу аҡса йүнәлтелде.Был ярҙам “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә ярҙам” федераль проекты сиктәрендә башҡарылды. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.