Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. «Социаль гарантияларҙы тәьмин итеү маҡсатында 2023 йылдың 1 октябренән Рәсәй Федерацияһының дәүләт вазифаларын биләгән кешеләрҙе аҡсалата бүләкләүҙе 1,055 тапҡырға арттырырға ҡарар итәм», - тиелә указ тексында.
Сараға таратылғандар араһында Рәсәй президенты һәм премьер-министры, Именлек советы рәйесе урынбаҫары, министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм башҡа федераль чиновниктар күрһәтелгән.
Хөкүмәткә тейешле сығымдарҙы финанслауҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
Айырым указ менән Путин генераль прокурорға һәм тәфтиш комитеты башлығына эш хаҡын индексациялаған.