Йәмғиәт
28 Сентябрь 2023, 03:00

Колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡының яртыһы компенсациялана

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 2023 йылда колледждарҙа һәм техникумдарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡын өлөшләтә ҡаплау өсөн компенсация бирелә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

        Компенсация ғаиләләргә тейешле уҡыу йылы өсөн тулыһынса түләгәндән һуң килә. Ул уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡынан 50 процент күләмендә билдәләнгән, ләкин 30 мең һумдан артмай тип билдәләнә.

       Шул уҡ ваҡытта өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә генә түгел, ә мәктәптә, колледжда һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған балалар ҙа күп балалы тип иҫәпләнәсәк. Норма 23 йәшкә тиклемге балаларҙы уҡытыуҙы тамамлағансы ғәмәлдә була.

      Был ярҙам сараһына республика бюджетынан 74 миллион һум бүленәсәк, тип планлаштырыла.

      Закон проектын Рәсәй Президентының күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараларын билдәләү тураһындағы йөкләмәһен үтәү өсөн республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас