Йәмғиәт
12 Октябрь 2023, 03:00

Республикала туризм буйынса 150 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда федераль дәүләт ярҙамы менән 3,79 миллиард һумға 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, шуның 2,29 миллиард һумы - инвесторҙар аҡсаһы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Проекттар республиканың 36 муниципалитетында тормошҡа ашырыла. Уларҙың күбеһе Нуриман, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ райондарына, Өфөгә, шулай уҡ Ишембай, Әбйәлил, Ғафури һәм Ҡариҙел райондарына тура килә. Башҡортостан 2023-2024 йылға туристарҙы йәлеп итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 1,5 миллиард һум аҡса алыуға өлгәшкән. Шуларҙың 930,6 миллион һумы - модулле, 335,6 миллионы - туристик инфраструктура булдырыуға һәм уны үҫтереүгә, 208,8 миллионы баш ҡаланың туристик үҙәген төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан федераль кимәлдәге модулдәр өсөн бүленгән  930 миллион һумға, төбәк ҡаҙнаһынан 19 миллион һум аҡса өҫтәйәсәк. Шулай итеп  25 муниципалитетта  58 инвестиция проектына ярҙам күрһәтеләсәк. 2023 йылда - 588 миллион һум, 2024 йылда иһә аҡсаның ҡалған өлөшөн алынасаҡ.

     Туристик инфраструктураны үҫтереү сиктәрендә яңы пляждар, кемпингтар төҙөләсәк, яңы турмаршруттар асыласаҡ. Республика был йүнәлеште 6,7 миллион һумға берлектә финанслай. Уның буйынса бөтәһе 92 инвестиция проектына, шул иҫәптән 25 кемпинг һәм 23 пляж ойоштороуға ярҙам күрһәтеләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас