

Хәҙерге заманда атайҙың төп бурысы аҡса эшләүгә, ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Эштән бушамаған ир-уҙамандарҙы ниндәйҙер байрамдарға түгел, хатта мөһим сараларға, мәктәптә үткән ата-әсәләр йыйылыштарына йәлеп итеүе ҡыйын. Барлыҡ тормош ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр тирәләй әйләнгән кеүек тойолоп китә хатта. Ил Президенты В. В. Путиндың указына ярашлы 2021 йылдан башлап Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнеүе ғаилә институтын нығытыуҙы һәм балалар тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роленең әһәмиәтлелеген иҫкәртеүҙе маҡсат итә. Был көндөң ялға – октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһенә тура килеүе лә тиктәҫтән түгел. Атай кеше уны ғаиләһе менән бергә уҙғарыу мөмкинлегенә эйә.
Байрам уңайынан район үҙәгендә атайҙар өсөн сара үтте. Уны район хакимиәтенең социаль бүлеге райондың ирҙәр ҡоро, “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе, йәштәр-ял үҙәге һәм ДЮСШ менән берлектә ойошторҙо. Ир-егеттәр күпләп йыйылмаһа ла, бары менән байрам уҙҙы, маҡсатҡа өлгәшелде. Ул-ҡыҙҙарын етәкләп, ҡайһы берәүҙәре бөтә ғаиләһе менән “Уңыш” стадионына килгән атайҙарҙы райондың ирҙәр ҡоро рәйесе А. С. Хәкимов сәләмләне.
– Тәү сиратта һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Ғаиләләрегеҙгә ныҡлы терәк, балаларығыҙға кәрәк, үрнәк булығыҙ. Ә улар: “Был минең атайым!” тип һеҙҙең менән гелән ғорурланып йәшәһендәр, – тине Айҙар Салауат улы һәм райондың ирҙәр ҡоро эшмәкәрлегендә берҙәмлек булдырыу зарурлығын әйтеп, атайҙарҙы әүҙем булырға, яңы идеялар, тәҡдимдәр менән сығыш яһарға саҡырҙы.
Ирмен тигән ир кеше ағас ултыртырға, өй һалырға һәм ул үҫтерергә тейеш, ти халыҡ аҡылы. Сараға йыйылған ир-егеттәр иң тәүҙә йәшәйешебеҙҙе йәмләүгә – йәшелләндереүгә өлөш индерҙе. "Әбйәлил урман хужалығы" (З. Т. Абдуллин) биргән шыршы үҫентеләрен атайҙар улдары менән бергәләп бер рәткә ултыртты. Атайҙарынан эш рәтенә өйрәнгән малайҙар алдағы тормош юлдарында тағы бик күп ағастар ултыртырҙар әле. Ир етеп үҙҙәре атай булғас, арттарынан улдарын әйҙәрҙәр. Быуындар сылбыры бер-береһенә бәйләнеп артабан да шулай дауам итер тигән уйҙар тыуҙырҙы был күркәм күренеш.
Эш бөткәс, атайҙар араһында футбол уйыны ҡыҙҙы. Турнирҙа Т. Кусимов исемендәге гимназияның йыйылма командаһы ошо уҡ белем усағының 5-се “г” класы уҡыусыларының атайҙарына ҡаршы уйнаны. Бар донъя мәшәҡәттәрен онотоп туп артынан сапҡан, һөрлөккәнсе ысын күңелдән уйнаған, гол индергәнгә балаларса ҡыуанған атайҙарға ҡарауы үҙе бер күңелле тамаша ине. Уларҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп торған ҡатындары һәм балаларының янып-көйөүҙәре һуң?! Ҡыҫҡаһы, футболда көстәр тиң, тигеҙ булды. Бер команда ла еңелергә теләмәне. Уйынға бирелгән төп ваҡыт 1/1 иҫәбе менән тамамланды. Шуға күрә еңеүсе команда пенальти ярҙамында билдәләнде.
Атайҙар маз булып үҙ уйынына әүрәгән ваҡытта “Юрға” ат-спорт мәктәбе балаларға аттарҙа йөрөү ойошторҙо. Т. Кусимов исемендәге гимназияның 2-се “б” класы уҡыусылары (класс етәксеһе З. Н. Щеклеева) иһә стадиондағы махсус йыһазландырылған ГТО майҙансығында комплекстың 1-се баҫҡыс нормативтарын тапшырҙы.
Саф һауала уҙған көҙгө бер көн атайҙар һәм балалар өсөн яҡшы, файҙалы ял булды. Футболда 5-се “г” класының атайҙары ал бирмәне, уларға кубок бирелде. Иң яҡшы футболсылар Почет грамотаһы менән билдәләнде: Илһам Килдейәров “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Айгиз Хизбуллин “Иң яҡшы һаҡсы”, Айҙар Хәкимов “Иң яҡшы һөжүмсе”, Рәфис Усманов “Иң яҡшы уйынсы” номинацияларына лайыҡ булды. Сарала әүҙем ҡатнашҡан атайҙар барыһы ла байрамдың бағыусыһы булған шәхси эшҡыуар Азат Көмөшбаевтан махсус яҙыулы бокалдар менән бүләкләнде.