

Район хакимиәтенең ултырыштар залында тантаналы шарттарҙа уларға өр-яңы фатирҙарҙан асҡыстар һәм торлаҡ майҙанынан баш тартып үҙҙәренә тейешле ярҙамды аҡсалата алырға теләүсе ике кешегә сертификат тапшырылды. Шуныһын билдәләү мөһим: Әбйәлил – етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы буйынса республикала яңы йорттар төҙөү тәжрибәһен уңышлы тормошҡа ашырыусы һанаулы райондар иҫәбендә. Күпселек райондарҙа икенсел торлаҡ һатып алыуға өҫтөнлөк бирелә.
– Көҙ – ремонт-төҙөлөш эштәрен тамамлау осоро. Бына һеҙҙең фатирҙар ҙа әҙер, бөгөндән күсеп сығып йәшәй башларға була. Тәү сиратта төҙөлөш эштәренә етәкселек иткән төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫарым Ф. Р. Махийәновҡа һәм подрядсыларға рәхмәт белдергем килә. Программаны бойомға ашырып, районда йыл һайын өр-яңы торлаҡ майҙандары файҙаланыуға тапшырылып килә. Әммә мин башлыҡ булып эшләгән биш йыл эсендә бер юлы 20 асҡыс тапшырыу – тәүге тапҡыр. Баштараҡ йылына 10-12 етем баланы торлаҡлы итһәк, былтырҙары был һанды 18-19-ға еткерҙек. Һәм артабан да был программаға ҙур өмөттәр бағлайым. Етемдәрҙе шәхси мөйөшлө итеү – республикала ғына түгел, ғөмүмән, ил күләмендә иң яҡшы, кәрәкле программаларҙың береһе тип һанайым һәм уның артабан да дауам итеүен, үҫешеүен теләйем. Сөнки ихтыяж бар һәм сират та ҙур. Был беҙҙә етемдәр күп тигән һүҙ түгел, ә район биләмәһендә балалар йорто булыуына бәйле. Унда тәрбиәләнеп сыҡҡандар барыһы ла торлаҡҡа сиратҡа беҙҙә тора. Етемдәрҙе ҡыуандырыу, үҙ аллы тормош башлап китеү өсөн шәхси торлаҡлы итеү – изге эш. Ҡулдарығыҙға фатир асҡысын алыу менән тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа ҡырҡа боролош аласағына ышанысым ҙур. Һеҙгә бөтә уңайлыҡтар менән файҙаланып рәхәтләнеп йәшәргә, үҫешергә, ғаилә ҡорорға, ғаилә ҡороп өлгөргәндәргә татыу тормош теләйем, – тине Илдар Нафиҡов.
Әйтергә кәрәк, бер көндә асҡыс алыусылар башлыса ут күршеләр булып йәшәйәсәк. Район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһенең – З. Биишева, Көнсығыш-2 биҫтәһенең – М. Мирпсаяпов, Н. Суфиянов, Дауыт ауылының С. Кулибай урамдарында ҡалҡып сыҡҡан ике фатирлы йорттар улар өсөн төҙөлгән. Шулай уҡ үҙҙәренең теләге буйынса Эльнар Әбүбәкеровҡа Йәнгелдән, Әлфиә Насироваға Красная Башкириянан фатир бирелде. Әлфиә Тайсина һәм Гөлфирә Әлибаева торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡсалата түләм алыуға сертификат алды.
Бәхетле йәштәргә фатир асҡысы менән бергә йорттарҙы төҙөүсе ойошмалар етәкселәренән – Ансар Өмөтҡужин, Азамат Тутаев һәм Айтуған Фәттәховтан бүләктәр – электр сәйнүктәре тапшырылды. Әйткәндәй, был да йолаға ингән күркәм күренеш хәҙер.
Район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов фатир хужаларына артабан нимәләр эшләргә кәрәклеген, бигерәк тә документация буйынса, аңлатты, кемдәр ошо арала яңы нигеҙгә күсәсәге менән ҡыҙыҡһынды. Әйтергә кәрәк, ундайҙар әҙ генә булып сыҡты. Күпселек йәштәр әлеге ваҡытта ҡырҙа эшләй, йәки уҡый. Ә Илшат Зекрин һәм Динир Ҡужабаев атлы батыр егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Фуат Рәфҡәт улы программа буйынса бүленгән фатирҙарҙы ҡуртымға бирергә ярамағанлығын, әгәр был талап үтәлмәһә, торлаҡ кире тартып алыныуын иҫкәртте. Биш йыл үткәс кенә уны шәхси милеккә рәсмиләштерергә мөмкин икән.
Ҡыйыҡлы булған йәштәр исеменән Илсен Шаһыбалов һәм Диана Аллахвердиева сығыш яһаны.
– Иң башта беҙҙе ҡарап үҫтергән өләсәй-олатайҙарыбыҙға, инәй-апаларыбыҙға һәм туғандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Улар тәрбиәһе, ярҙамы менән үҫеп етеп, бөгөн ошонда торабыҙ. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған бала-сағалар исеменән беҙгә асҡыс тапшырған район башлығына, опека хеҙмәткәрҙәренә һәм төҙөүселәргә шулай уҡ ҙур рәхмәт. Яңы нигеҙҙәребеҙ ҡотло булһын! – тине М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 3-сө курс студенты булған Туйыш ауылы егете.
– Беҙ бөгөн йәнә бер тапҡыр изгелеккә инандыҡ. Беҙҙең хыял иткән үҙ мөйөштәребеҙ бар. Өйлө иткәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ! Беҙгә бағлаған ышаныстарығыҙҙы аҡларбыҙ, район мәнфәғәтенә тырышып эшләрбеҙ, матур ғаиләләр ҡорорбоҙ, тип вәғәҙә итәм, – тине Диана һәм тормошонда ошондай уҡ бәхетле мәл кисереүсе бер туғаны Ислам менән икеһе исеменән ғаилә тәрбиәһенә алып үҙҙәренә һыйындырған, лайыҡлы тәрбиә, белем биргән Нәйлә һәм Шамил Шәһимовтарға рәхмәт белдерҙе.
Район хакимиәтендәге тантананан һуң йәш торлаҡ хужалары өйҙәренә юлланды. Бөтә шарттар булдырылған, уңайлы планировкалы, яҡты һәм ыҡсым фатир ишектәрен асып ингән ҡыҙ-егеттәр, йәш ғаиләләр һоҡланыуҙарын, хис-тойғоларын йәшермәне. “Һәм был минекеме инде?” – тип ғәжәп ҡылыусылар ҙа булды. Вахта ысулы менән алыҫта эшләп йөрөгән Буранғолдан Ильяс Исламғолов, мәҫәлән, ҡайтып төпләнеү тураһында уйы менән бүлеште: “Өйөмдөң түрендә мине 2 йәшемдән үҙ ҡанаты аҫтына алған Таңһылыу өләсәйем иң ҡәҙерле ҡунаҡ буласаҡ”, – тине. Өфө студенты Илсен Шаһыбалов, Санкт-Петербург ҡалаһында эшләгән Диана Вәлитова тыуған яҡта ҡайтып төшөр үҙ торлаҡтары булыуына шатлыҡтарын белдерҙе. Дәүләт ауылына тормошҡа сыҡҡан Лилиә Бикбова-Ялалованың һәм уның тормош иптәше Әхәттең ҡыуанысы сикһеҙ. Йәш ғаилә тиҙҙән бында күсеп киләсәк. Күңелле ығы-зығы, шатлыҡ ауаздары 1 йәш тә өс айлыҡ улдары Нурзилде һис тә тертелдәтмәне, бала тыныс ҡына йән-яғына күҙ йүгертеп яңы йортто “өйрәнде”.
– Ошоға тиклем балалар менән бергә татыу йәшәнек. Әммә беҙҙең халыҡта башҡаның башы ауыртмай тигән әйтем бар. Йәштәрҙең дә айырым сыҡҡыһы киләлер, моғайын. Башлап донъя көтөп китеүгә бөтә кәрәк-ярағын биреп башҡа сығарыуҙы йәһәтләйәсәкбеҙ. Яңы нигеҙҙәре ҡотло, ырыҫлы булһын, балаларымдың! – тигән изге теләген еткерҙе Лилиәнең ҡәйнәһе Зөлфиә апай.