

Бала табыу йортонан балалар баҡсаһына тиклем – Дәүләт хеҙмәттәренең “Бала тыуыу” суперсервисы яңы тыуған бәпестең тәүге документтарын еңел һәм тиҙ генә эшләп алырға ярҙам итәсәк. Суперсервис үҙ эсенә: бала тыуыуын теркәү, даими һәм ваҡытлы прописка, СНИЛС һәм ИНН, ОМС полисы һәм поликлиникаға беркетелеү, балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйыуҙы ала.
Суперсервис “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисади” милли проектының “Һанлы дәүләт идаралығы” федераль проекты ярҙамында эшләнгән. Унда бала тыуғанда кәрәк булған иң популяр социаль хеҙмәттәр ингән һәм дәүләт хеҙмәттәрен онлайн-режимда алыуҙы ябайлаштыра.
Билдәле булыуынса, 2023 йылда ата-әсәләр Дәүләт хеҙмәттәре аша миллион самаһы ғариза тапшырған. Тулыһынса онлайн килеш 140 меңдән ашыу бала теркәлгән. Йыл башынан сервис менән 14 йәшкә тиклемге балалары булған 230 мең ата-әсә файҙаланған.
Сервис бик уңайлы: уның ярҙамында бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алғас, ике ата-әсәнең дә Дәүләт хеҙмәттәрендә автоматик рәүештә СНИЛС, ИНН һәм медицина полисы алыуға һорау барлыҡҡа килә. Шулай уҡ суперсервис түләмдәр һәм льготалар тураһында мәғлүмәт бирә. Әсәйҙең шәхси кабинетында әсәлек капиталы тураһында мәғлүмәт килеп сыға.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.