

2024 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән граждандарҙың пенсияһын индексацияланасаҡ - Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа 2024 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән граждандарҙың пенсияһын индексациялау тураһында закон ҡабул итте. Рәсәйҙә пенсия 7,5% арттырыла. Был 32 миллион кешегә ҡағыласаҡ.
тип хәбәр итә һылтанма менән.
«Пенсионерҙарға түләнә торған аҡса федераль бюджет проектына һалынған. 2024 йылда пенсияны арттырыу өсөн өҫтәмә бюджет сығымдары 234 миллиард һум самаһы тәшкил итә», — тип белдерә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте рәйесе Вячеслав Володин.
Пенсия күләмен индексациялау, халыҡтың йәшәү рәүешен яҡшыртыуға булышлыҡ итә, шуның менән ”Демография” проектының “Оло быуыны” федераль программаһының үтәлешенә лә үҙөлөшөн индерә.