Йәмғиәт
1 Ноября 2023, 05:15

Президент гранты ярҙамында

Йырлап асыла күңел

Президент гранты ярҙамындаПрезидент гранты ярҙамында
Президент гранты ярҙамында

Район инвалидтар йәмғиәте Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты фондының "Шаг навстречу миру" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Йырҙарым һиңә, Ватаным" патриотик йырҙар конкурсын үткәрҙе. Унда  физик мөмкинлектәре сиклеләр, МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәр, “Боевое братство” ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.

   Йыр конкурсына йыйылыусыларҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров сығыш яһаны.

 — РФ Президенты гранты ярҙамында “Шаг навстречу миру” проекты уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Яңыраҡ уның сиктәрендә спорт һәм туризм буйынса район ярышы ойошторолғайны, әле ижади бәйгегә йыйылдыҡ, — тине Вадим Фәнил улы. — Был музыкаль осрашыу бөтәбеҙ өсөн дә матур байрамға әйләнер, йыр һөйөүселәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтер тип ышанам.

  Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе, "Шаг навстречу миру" проекты етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова конкурсанттарҙы тәбрикләне.

    — Әбйәлил ере таланттарға бай, беҙҙең ойошмала ла йыр-моңға маһирҙар күп, улар өсөн йыл һайын конкурстар үткәрелә. Әммә бөгөнгө ижади бәйге айырыуса үҙенсәлекле, сөнки махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ағзалары ла ҡатнаша. Беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп килеүҙәре өсөн рәхмәт, беҙ уларға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ,  — тине Нәсимә Вәйес ҡыҙы. — Йыр ул һәр кем өсөн ғүмерлек юлдаш, ауыр саҡтарҙа ул күңелде йыуата, шатлыҡлы мәлдәрҙә ҡыуаныс өҫтәй.

 Бәйгеселәрҙе танылған башҡорт композиторы, йырсы Руслан Ниғмәтов етәкселегендәге жюри — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөмәрә Хызырова, проект етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова баһаланы. Конкурс башланыр алдынан Руслан  Дамир улы яҡташтарына моңло йыр бүләк итте.

 Конкурста ҡатнашыусылар бер нисә төркөмдә сығыш яһаны. Тәүге булып "Боевое братство" ойошмаһы ағзалары һәм СВО яугирҙәре — Рузил Низаметдинов, Йәмил Аҡмырҙин, Икрам Мөхәмәтдинов, Вилдан Баҡыев, Әлфир Сарбаев, Ирәмән Шаһыбалов тамашасылар алдына сыҡты. Бәйгене алып барыусы, проект командаһы ағзаһы Таңсулпан Йомағужинаның һәр конкурсант менән ихлас әңгәмә ҡороуо, күңелдәрен үҫтереп, дәртләндереп ебәреүе тулҡынланыуҙарын еңергә ярҙам итте.  "Боевое братство" ойошмаһы етәксеһе Рузил Низаметдиновтың "Дуҫтар өсөн" йыры һәм ут эсенән ҡайтҡан ир-егеттәр башҡарыуында "Шайморатов генерал" йырына бөтәһе лә аяғүрә баҫып алҡышланы.

   Икенсе төркөмдә махсус операцияға юлланыусыларҙың гимнына әүерелгән "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын моңло тауышлы йырсы, йыр бәйгеләре еңеүсеһе Вилдан Зәйнишев яңғыратты. Тәүге тапҡыр бындай конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән Нәйлә Архипова башҡарыуындағы “Торналар" йыры күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Шулай уҡ бихисап ижади бәйгеләрҙә үҙен төрлө яҡлы талант эйәһе итеп күрһәткән Гүзәлиә Фәттәхова "Ай-һай Салауат" йыры менән тамашасыларҙың рухын күтәрҙе.  Илсиә Һәм Илһам Ғилмановтарҙың ым-ишара ярҙамында башҡарылған "Родина" йыры тыуып-үҫкән ергә һөйөү, ғорурлыҡ хистәре менән үрелеп, йөрәк ауазы булып тойолдо.

   Башҡа бәйгеселәр ҙә илһөйәрлек рухы ярылып ятҡан йырҙар һайлағайны. Ысынлап та, бөтәһе лә йыр-моңға маһирҙар, һәр береһе торғаны менән талант эйәләре икән! Онотолоп барған боронғо "Ураҡсы ҡыҙы" йырын еткереүсе Минзәлә Хәйруллинаның сығышы үҙенсәлекле булды. Мәйсәрә Фәйзуллина "Һалдаттар", Фирғәт Өмөтҡужин "Башҡортостан", Лилиә Исмәғилева "Үҙ яғыма ҡайтһам", Гөлнур Фәттәхова  "Ҡара болот", Гөлсәсәк Әсәҙуллина "Башҡортостан", Клара Попкова "Там вдали за рекой" йырҙарын шул тиклем хисле, күңелгә үтеп инерлек башҡарҙы. Әйтергә кәрәк, конкурсанттарҙың йырҙарын ысын профессионалдар — синтезаторҙа Руслан Ниғмәтов, баянда Радмир Солтанбаев, пульт артында Рафаил Мәғәфүров музыкаль яҡтан биҙәүе һәр сығыштың юғары кимәлдә булыуына тос өлөш индерҙе.

   Жюри ғәҙел баһалар ҡуйғас, еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Йыр конкурсының Гран-приһына Наилә Архипова (Асҡар) лайыҡ булды. Төрлө номинациялар буйынса беренсе дәрәжә диплом  менән Рузиль Низаметдинов (Асҡар), Гүзәлиә Фәттәхова (Асҡар), Вилдан Зәйнишев (Хәмит), Илсиә һәм Илһам Ғилмановтар (Асҡар), Фирғәт Өмөтҡужин (Амангилде), Гөлсәсәк Әсәҙуллина (Гусевка) бүләкләнде. Клара Попкова (Асҡар), Гөлнур Фәттәхова (Озерный), Мәйсәрә Фәйзуллина (Амангилде) икенсе, Лилиә Исмәғилева (Амангилде), Минзәлә Хәйруллина (Буранғол) өсөнсө дәрәжәләге дипломдар менән билдәләнде. Осрашыу иҫтәлеге итеп МХО яугирҙәренә һәм "Боевое братство" ойошмаһы ағзаларына бүләктәр тапшырылды.  Матур кисә "Умарта" кафеһында бай табын артында йәнле аралашыу менән тамамланды. Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Н. Әҡсәнова конкурсты үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдереп, ошондай йылы осрашыуҙарға тиклем иҫән-һау булыуҙарын теләне.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас