+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2023, 12:20

“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй

Район биләмәһендә урынлашҡан “Цемикс” заводында физика һәм химия фәндәренән берҙәм дәүләт имтиханын һайлаған сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн профориентация темаһына осрашыу ойошторолдо.

“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй
“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй

Сәнәғәт предприятиеһына инженерҙар – цемент етештереү буйынса химиктар һәм технологтар, механиктар, энергетиктар, электриктар талап ителә, шулай уҡ производство менән идара итеүсе автоматлаштырылған системалар буйынса инженерҙарға, логистар һәм иҡтисадсыларға ихтыяж һәр ваҡыт бар һәм буласаҡ. Шуға күрә ҙур предприятие завод өсөн маҡсатлы рәүештә кадрҙар әҙерләү буйынса программаһын бойомға ашыра.

“Цемикс” компанияһының HR-менеджер Елена Толстых ата-әсәләрҙе ошо туралағы мәғлүмәт менән таныштырҙы.  Программа сиктәрендә “Цемикс” йыл һайын яҙғы каникул осоронда 9-сы, 11-се класс уҡыусылары араһында физика һәм химия фәндәренән олимпиадалар үткәрәсәк, уның һөҙөмтәләре буйынса сығарылыш кластан еңеүселәргә Г. И. Носов исемендәге МДТУ-ның төҙөлөш, архитектура һәм сәнғәт институтында профилле һөнәрҙәр буйынса уҡыуға маҡсатлы урындар биреләсәк, ә 9-сы класс уҡыусыларына физика, химия, математика фәндәрен тәрәндән ентекләп өйрәнеүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Әйтергә кәрәк, олимпиадала еңеп, МДТУ-ға уҡырға ингән студенттарға производство практикаларын “Цемикс” предприятиеһында үтеү мөмкинлеге гарантиялана. Ә отличник студенттар диплом алғас эш менән тәьмин ителәсәк.

Ғөмүмән, ата-әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яуап алды, социаль гарантиялар һәм завод хеҙмәткәрҙәре өсөн карьера үҫеше мөмкинлектәре менән танышты. Әйткәндәй, яҡын арала райондың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн дә сәнәғәт объектында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыласаҡ.

“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй
“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй
“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй
“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй
“Цемикс” үҙенә кадрҙар әҙерләй
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: