Йәмғиәт
1 Декабря 2023, 11:25

Рух ныҡлығы менән үрнәк ул

Әбделмәмбәт ауылында ғүмер кисереүсе абруйлы уҙаман Өлфәт Рафиҡ улы Мортазин үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Бөтә ғүмерен тыуған ауылында тынғыһыҙ хеҙмәт менән үткәргән, матур ғаиләһе менән өлгө булған хөрмәтле юбилярға район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды.

Рух ныҡлығы менән үрнәк улРух ныҡлығы менән үрнәк ул
Рух ныҡлығы менән үрнәк ул

 — Ауылдың, райондың ихтирамлы кешеһе, һоҡланғыс ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай-олатай булған Өлфәт Мортазинды йәш ваҡыттан беләм. Йылайыр техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлап,  Киров колхозының Ишбулды һөтсөлөк фермаһында, зоотехник булып хеҙмәт юлын башланы. Ҙур эштәр, яҡты хыялдар менән янып йөрөгән Өлфәт аяныслы хәл арҡаһында аяҡтан яҙҙы. Үҙенең ихтыяр көсө менән ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡты, — тине район Советы секретары Булат Исламбаев.— Яҙмыш һынауына бирешмәй, ауыл хужалығы белгесе булараҡ, Өлфәт Рафиҡ улы менән Сания Бикбулат ҡыҙы крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, эштәрен уңышлы алып киттеләр. Сабыр, аҡыллы, эшлекле уҙаманды ғүмер байрамы менән тәбрикләп, артабан һаулыҡта-именлектә йәшәүен теләйем.

   26 йәшендә генә инвалид коляскаһына ултырған Өлфәт ағайға яңынан йәшәргә өйрәнергә, тормошҡа маҡсаттар билдәләргә әлбиттә, еңелдән булмай. Янында ышаныслы, ғүмер юлдашы Сания Бикбулат ҡыҙының терәк-таяныс булыуы, бөтә күңел йылыһын, хәстәрен уға биреүе көс бирә. Бала сағынан мал йәнле булған Өлфәт, атҡа йүгән, сбруй эшләргә, тиренән кәпәс-башлыҡтар тегергә өйрәнә.

  Сания һәм Өлфәт Мортазиндар ике бала үҫтерәләр, яҡшы тәрбиә, юғары белем бирәләр. Улдары Азамат ғаиләһе менән Асҡарҙа донъя ҡорған, район хакимиәтендә ремонт-төҙөлөш төркөмөн етәкләй. Ҡыҙҙары Әлиә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй.

 2015 йылда йүнсел ғаилә үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдырырға ҡарар итә. Грант аҡсаһына һыйырҙар, техника, һөт һыуытҡыс һатып алалар. Был тармаҡта эшләү өсөн теләк кенә етмәй, йыл әйләнәһенә көс түгергә кәрәк. Мортазиндар балаларының ярҙамы менән ҙур хужалыҡ эшен алып бара. Татыу ғаилә һәр эште кәңәшләшеп, бергәләп башҡара.

 —  Мал тотоу өсөн тырышлыҡ ҡына етмәй шул. Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ арҡаһында мал һанын кәметергә мәжбүр булдыҡ. Беҙҙең ялан яғында бесән бөтөнләй булмаған йылдарҙан мал аҙығын ҡыйбатҡа әллә ҡайҙан алып ҡайтыу беҙҙең дә бәкәлгә һуҡты. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем малдарҙы көтөү өсөн кешеләр табыуы ла ҡыйын. Бер кем дә эшкә атлығып тормай. Әлбиттә, көн оҙоно мал күҙләп йөрөү өсөн елкә кәрәк. Хәҙер бөтәһе лә еңел аҡса эҙләй, йәштәр ситкә китә. Ауылда буш торған өйҙәр күбәйә, шул эсте бошора, — ти Өлфәт ағай.

  Һыйырҙарҙы һауыу, ағын эшкәртеү, уны һатып аҡсаға әйләндереү ҡатыны Санияның иңендә. Ике тиҫтә һыйырҙың һөтөн эш итеп алғансы йәйге оҙон көн дә етмәйҙер. Ула арала һөт-ҡаймаҡты әсетмәй, ҡалаға алып барып, һатып ҡайтырға ла кәрәк бит.

 — Күптәр ауылда рәхәт, бөтә нәмә буш тип уйлай. Эшләмәһәң, йүгермәһәң, өҫтәлең һыйлы булмай. Һөт мул саҡта ял да, йоҡо ла эләкмәй. Ярай әле, балаларыбыҙ ярҙамдарынан өҙмәй, уларға рәхмәт, — тине Сания Бикбулат ҡыҙы.

  Үҙ көстәре менән ауылдың тотҡаһы булып гөрләтеп донъя көтә Мортазиндар. Ғүмер юлындағы кәртәләрҙе еңеп, тормошонан ҡәнәғәт булып  йәшәгән Өлфәт Рафиҡ улы күптәргә өлгө. Ата-әсә нигеҙен һыуытмай, бөтә туғандарына ла күңел йылыһын мул өләшкән ағай-ҡусты ла ул. Рух ныҡлығы, айыҡ аҡылы, эшһөйәрлеге арҡаһында ул бынамын тигән ғаилә башлығы, балаларына хөрмәтле атай, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай булып йәшәй. Артабан да һәр көнөнән, эшенән кинәнес табып, оҙаҡ имен ғүмер итергә яҙһын!

 

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас