Йәмғиәт
3 Декабрь 2023, 04:30

Һынауҙар мине һындырманы

3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Был дата беҙҙең арала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәүе, уларға ярҙам итеү, иғтибар күрһәтеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.  Ныҡышмаллыҡ, түҙемлек  талап иткән ҡаты һынауҙарға дусар булған, яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр хәлдә ҡалғандарҙың әүҙем тормош алып барырға тырышыуы хөрмәткә лайыҡ.

Һынауҙар мине һындырманыҺынауҙар мине һындырманы
Һынауҙар мине һындырманы

  Гүзәл, йөҙөнән нур бөркөлөп торған был ҡатынды тәүге тапҡыр сәхнәлә күрҙем. Үҙе инвалид коляскаһында, ә күңеленән шул тиклем моң түгелә. Гусев ауылынан Гөлсәсәк Әсәҙулллина булып сыҡты был мөләйем, яғымлы апай.

—   Минең тормошом да башҡаларҙан әллә ни айырылмаҫ ине, тик ниңәлер яҙмыш ауыр һынауҙар ҡуйҙы. Бәхетле бала сағым, йәшлегем яҡты хыял-өмөттәр менән тулы ине. Әхмәт ауылында тыуып-үҫтҽм. Бәләкәй саҡтан йырларға һәм бҽйҽргә яраттым. 6-сы класта уҡығанда гармунда уйнарға өйрәндем, — тип һөйләй Гөлсәсәк Әшираф ҡыҙы. —Үҙҽшмәкәрлек түңәрәгенә йөрөнөм, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. Сәхнә, йыр-моң минең өсөн мөғжизәле донъя  булды. 

  Һылыу, һәләтле ҡыҙҙың сәхнә кешеһе буласағына бер кем шикләнмәй. Мәктәптән һуң ул Бәләбәй ҡалаһындағы училищҽға киномеханикка уҡырға инә. Әбделғәзҽ ауылы егете менән ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар итеп, Гусев ауылында тормош башлайҙар. “Завҽты Ильича” колхозында һөтсөлөк комплексында һауынсы, лаборантка булып эшләй.  Яратҡан тормош иптәше менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Бәхетле ғаиләнең матур тормошон аҫтын-өҫкә килтергән юл фажиғәһендә һөйөклө иренең ғүмере өҙөлә. Гөлсәсәк 30 йәшендә генә бәләкәй өс бала менән тороп ҡала. Шундай ауыр мәлдә, ярҙамынан, хәстәренән өҙмәгән атаһы Әшираф менән әсәһе Рауҙаға рәхмәтле ул. Күҙ-баш алғас, йәш ҡатын тағы бер тапҡыр бәхетен һынап ҡарай, улы тыуа. Тик ғаилә тормошо оҙаҡҡа бармай. Был юлы аяуһыҙ һынау Гөлсәсәктең үҙен аяҡтан яҙҙыра. Бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында умыртҡа һөйәгенә зыян килә, ярты йыл дауаханала ята.

—  Тәнем генә түгел, йәнем дә селпәрәмә килгән, өмөтһөҙлөккә бирелгән ауыр мәлдә янымда балаларым булды. Уларҙың иғтибары, һөйөүе мине ҡабат был тормошҡа алып ҡайтты. Алты ай буйы дауаханала янымдан китмәнеләр. Ҡыҙҙарым Өфөлә уҡый, улым алтынсы класта ғына ине. Йәйге өс ай каникулын мине тәрбиәләп үткәрҙе. Ҡыбырлай алмай ятҡанда, яныңда яҡын кешеләрең булыуы миңә артабан йәшәргә көс бирҙе. Мин балаларыма кәрәк тип үҙемде ҡулға алдым. Ике ҡатмарлы операция яһап, табиптар ғүмеремде ҡотҡарып ҡалды, тик аяҡҡа баҫып булманы, — ти көслө рухлы, сибәр ханым. — Дауахананан ҡайтҡас, ауылдаштар, туғандар, дуҫтар ярҙамдан өҙмәне, барыһына ла рәхмәт.

 Инвалид коляскаһында үҙаллы йәшәргә өйрәнә. Ул ваҡыт ауылда социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Әлфиә Хафизованың ярҙамын күп күрә. Тик 4-5 йыл элек ниңәлер штат бөтөрөлгән. “Ауылда яңғыҙ йәшәгән ололар күп, улар ҡалайта инде. Эшләргә теләүселәр ҙә бар”, — ти Гөлсәсәк апай.

 — Яҙмыш һынауҙарын еңергә йыр ярҙам итте, ул минең ғүмерлек юлдашым. Күңелем болоҡһоп китһә, ҡулыма гармун алам. Район кимәлҽндә үткәрҽлгән йырҙар конкурстарында ҡатнашыуҙан баш тартмайым, — ти ул. — Ҡул эштәре менән булышам, йөн иләйем, бәйләйем, сигәм. Шунан уларҙы яҡындарыма бүләк итәм.

 Г. Әсәҙуллина Гусев инвалидтар ойошмаһы ағзаһы булараҡ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, моңло йырҙары менән ҡыуандыра ул. Ижади конкурстарҙа бихисап диплом-грамоталар менән бүләкләнгән.

   Бай өләсәйҙең 9 ҽйән-ҽйәнсәрҽ бар. Яңыраҡ Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән улы менән килене янына ҡунаҡҡа барып ҡайтҡан. Иршат полицияла эшләй.

 — Тормошта иң ҙур рәхмәтем, балаларыма. Ҡыҙҙарым, улым — минең ҡәҙерле кешеләрем, йәшәү маяғы. Уларҙың уңыш-шатлыҡтарына ҡыуанам, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн борсолам, кәңәштәремде бирәм. Барыһы ла һау, имен булһын тип теләп кенә торам, — ти Гөлсәсәк Әшираф ҡыҙы. — Һынауҙар мине һындырманы. Төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, байрамдар ойоштороп торған район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәноваға ҙур рәхмәт! Беҙ аралашып, дәрт-дарман алып ҡайтабыҙ. Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, һәр көнгә һөйөнөп йәшәргә кәрәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас