

Рәсәйҙәрҙе әсәлек капиталын биреү шарттарындағы үҙгәрештәр тураһында иҫкәрттеләр. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа законға индерелгән төҙәтмәләрҙе хупланы. Уларға ярашлы, әсәлек капиталы бала тыуған мәлгә Рәсәй гражданлығына эйә булған кешеләргә генә биреләсәк, бары сабый тыуыу буйынса Рәсәй гражданы булған осраҡта ғына.
Шуның менән бергә Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡы, Рәсәй гражданлығын ҡасан алыуҙарына ҡарамаҫтан, әсәлек капиталын алыуға хоҡуҡлы. Закон проектына ярашлы, төҙәтмәләр 2024 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк.
«Башинформ» .