Тарих ни һөйләй?
Йәлембәт ауылы XIX быуат башында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда унда 106 кеше йәшәгән 10 йорт иҫәпләнә. X ревизия буйынса, 160 кеше һәм 27 йорт була. 1920 йылда 76 йортта 372 кеше йәшәгән.
Ауылдың атамаһы тәүге төпләнеү-сенең исемен алған. Уның улдары Байморат, Байкөсөк, йөҙбашы Ҡыуандыҡ, Ҡунаҡкилде Йәлембәтовтар билдәле. Улар атаһының ауылында йәшәй.
Халҡы — ярым күскенселәр. 40-сы йылдар башында 14 йорттан 12 ылау июнь — август айҙарында Ҡобрайылға, Казбин, Оло Ҡыҙыл йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. 113 кешенең 150 аты, 100 һыйыры, 80 һарығы һәм 50 кәзәһе булған. Халыҡтың барыһы ла ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәгән. 38 дисәтинә һөрөнтө ер үҙләштерелгән. Яҙғы иген сәсеү 550 ботҡа тиң булған. Баҡһаң, 5 кеше генә шул ҡәҙәр иген сәскән икән. Улар — Бикҡол Күҫәков (110 бот), Ишмөхәмәт Биктимеров (115), уның атаһы Биктимер Ғәббәсов (110), тәүге төпләнеүсе Байморат Йәлембәтов, улы Ғәли Биктимеров (110).
Ауылдың бер өлөшөн Юламан йә Ҡатай тип тә атайҙар. 1795 йылда ул 86 кеше йәшәгән 12 ихатанан тора. X ревизия буйынса, 20 йортта 114 кеше йәшә-гән. 1920 йылда 159 кеше һәм 31 йорт иҫәпләнә. Һуңынан ауыл Йәлембәт ауылы менән ҡушыла, уның өҫкө яғын тәшкил итә. Тәүге исеме антропонимдан килеп сыҡҡан, әммә был кешенең шәхесе беҙгә билдәле түгел. Юламан Мусин улдары Батырша, Абдулла, Юлмөхәмәт, Юлғотлы һәм ағалары Баязит һәм Сураман менән бергә 1773 йылда Моғаҡ йылғаһы буйында төпләнә. Юламандарҙың яҡын күршеләре Йәлембәт халҡы уларҙы ҡабул итмәй, сөнки улар Ҡатай улусынан сыҡҡан. Әммә тамъяндар Юламан халҡын үҙҙәре-нең аҫабалары тип таный. Шуға ҡарамаҫтан, был ауыл халҡының ҡатайҙар менән бәйләнешенә ишара итеп, ҡатай, ҡатайҙар ҡушаматы ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәр икенсе танк һәм һәр өсөнсө снарядтың Магнитогорск ҡоросынан эшләнгәнен һәр кеше белә. Мәғдәндең төп күләме Күсемдә сығарыла. 1942 йылдың уртаһына Йәлембәт ауылы янында ҡеүәте буйынса икенсе шахта сафҡа инә. 300 мең тоннанан ашыу марганец мәғдәнен Күсем, Нияҙғол, Йәлембәт шахтерҙары бирә. Өс йөҙ мең тонна бер нисә мең тимер юл составын булдыра ала. Махсус механизмдар, ышаныслы электр һәм йылылыҡ энергияһы сығанаҡтары булмаҫтан, башлыса халыҡтың физик тырышлығы иҫәбенә ҙур уңыштарға өлгәшә Йәлембәт руднигы.
Герой Истамғәлин
Йәлембәт ауылы үҙенең билдәле Социалистик Хеҙмәт Геройы Сафа Истам-ғәлин менән дан тота. Ул 1924 йылдың 13 авгусында Йәлембәт ауылында донъяға килгән. Атаһы 1935 йылда, Сафаға 11 йәш булғанда вафат була. Сафа Йәлембәт башланғыс мәктәбендә уҡый, өлкән кластарға Салауат ауылына йөрөй.
Атаһы вафат булғандан һуң, ауыр ғаилә хәле арҡаһында мәктәпте ташлап, колхозға эшкә барырға мәжбүр була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 15 йәшендә «Салауат батыр» колхозында башлай.
Йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. 1942 йылда фронтҡа китә. Истамғәлин снайперҙар мәктәбен тамамлаған. 1943 йылда Курск дуғаһында оборонаны өҙөүҙә, һуңынан Орел, Брянск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, унда яралана. Тула ҡалаһының госпиталенә эләгә. Һауығып ҡайтҡас, төньяҡ-көнбайыш фронтына ебәрелә, Псковты азат итә, яңынан яралана. Һуңынан Эстония, Литвала һуғыша, тағы яралана. Хәҙер инде бишенсе тапҡыр фронтҡа ебәрелә. Еңеү көнөн 8 майҙа Латвияла резерв полкында ҡаршылай. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Балтик буйы ҡалаларын азат иткән өсөн» миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдың ноябрендә тыуған яҡтарына ҡайта.
1949 йылға тиклем «Ҡыҙыл Башҡор-тостан» совхозында, һуңынан 1982 йылға тиклем «Урал» совхозында механизатор булып эшләй. Тап бында Сафа Истамғәлин иген культураларын үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, уңыш гектарынан 32,7 центнерға еткән. 1973 йылда был уңышы өсөн алдынғыға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Хеҙмәт уңыштары өсөн ул шулай уҡ ике Ленин (1957, 1973) һәм «Почет Билдәһе» ордендарына (1967) лайыҡ була, ә Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы йылында II дәрәжә Ватан һуғышы хәрби орденын ала.
Совет осоронда хеҙмәт кешеләре депутат корпусының ҙур өлөшөн тәшкил итә: Сафа Истамғәлинды СССР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты итеп һайлайҙар.
Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме Ас-ҡар һәм Йәлембәт урамдарына бирелгән.
Йәлембәттең бөгөнгө көнкүреше
Йәлембәт бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, заман менән бергә атлай, үҫешә, нығына. Урындағы эшҡыуар булдырған юл ситендә урынлашҡан «Алтын ҡурай» кафеһы һәм ҡунаҡханаһы, «Белый лекарь» эко-питомнигы, яңы ғына асылған Зөлфәр Саҙрыевтың фермерлығы, шәхси магазиндарын булдырған эшҡыуарҙарҙың тырыш хеҙмәте быға асыҡ миҫал. Халыҡ күбеһенсә ситтә эшләй. Кемдер себер тарафтарына юлланһа, кемдер яҡын-тирәләге ҡалаларҙа һәм курорт төбәгендә хеҙмәт итә. Ауылда төпләнеп мал-тыуар аҫрау, ҡош-ҡорт үрсетеү, баҡса үҫтереү иҫәбенә донъя көткәндәр ҙә байтаҡ. Күркәм, бейек йорттар һалып, уны заманса йыһазландырып, өй эргәләрен аллы-гөллө сәскәләргә күмеп, балалар үҫтереп, ысын мәғәнәһендә ауыл кешеһе булып йәшәгәндәр ҙә бар.
Бөгөнгө көндә Йәлембәттә башланғыс мәктәп (Таштимер урта мәктәбе филиалы) эшләп килә. Унда 3 уҡытыусы, 1 йыйыштырыусы иҫәпләнә. Эсте бошорғаны — балалар баҡсаһы булмауы, ошо сәбәпле, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә ултырырға мәжбүр. Ә мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны 30-40 тирәһе. Был турала ауыл халҡы район мәғариф бүлегенә, хакимиәткә һәм башҡа ерҙәргә мөрәжәғәт иткән.
Бынан дүрт йыл самаһы элек яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Медицина объектын төҙөү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проектына ярашлы атҡарылған. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында кәрәкле барлыҡ медицина ҡорамалы һәм йыһаз бар. Яңы ФАП-та йылы, яҡты, эш өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған. Прививка, фельдшер кабинеттары, санитар бүлмә бар, санузел ҡуйылған. Пациенттарҙы фельдшер Лилиә Хисаметдинова хеҙмәтләндергән. Ул эшкә «Ауыл докторы» программаһы буйынса килгән. Бөгөн иһә Лилиә Рәшит ҡыҙы декрет ялында. Етеҙ, һәр эшен урынына еткереп эшләгән, ололарға ихтирамлы, кеселәргә иғтибарлы фельдшерҙы юҡһына бөгөн йәлембәттәр. Әлегә уның урынына ваҡытлыса сығып эшләргә фельдшер табылмаған, шуға ла йәлембәттәргә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә ныҡ ауырға тура килә. Ауыл халҡы район үҙәк дауаханаһы баш табибы Илгиз Килдейәровҡа ҙур үтенес менән — айына берҙе булһа ла табиптар ФАП-ҡа килеп, халыҡтың сәләмәтлеген тикшереп китһендәр ине тиеп мөрәжәғәт итә. Сөнки бында, алдан яҙып үтеүемсә, оло быуын кеше-ләре, яңы ғына тыуған сабыйҙар, медицина ярҙамына мохтаж сәләмәтлектәре сиклеләр ҙә етерлек.
Йәлембәттә үҙенсәлекле бина — «Белый лекарь» эко-питомнигы урынлашҡан. Бында тоҡомло эттәр үрсетеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Экологик мөхит хайуандарҙың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Шуға күрә район питомник өсөн урын итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Яҡында фабрикалар ҙа, заводтар ҙа юҡ. Саф һауа йорт хайуандары өсөн уңайлы мөхит булдыра. Питомникта эттәр экологик таҙа, тәбиғи йәшәү мөхитенә мөмкин тиклем яҡын шарттарҙа үҫешә. Уларҙы шулай уҡ төрлө йүнәлештәрҙә тәрбиәләйҙәр ҙә, мәҫәлән, бала ҡараусы, һаҡсы эттәр ҙә бар араларында.
Бында үҫтерелгән эт-көсөктәр Влади-востоктан Калининградҡа тиклем таралған, шулай уҡ сит илдәрҙә — Польша, Ита- лия, Латвия, Украина, Германия, АҠШ һәм башҡа илдәрҙән дә һатып алалар. Эттәр төрлө йәнлек-хайуандарға арналған күр-гәҙмәләрҙә ҡатнаша. Питомникҡа төрлө төбәктәрҙән кешеләр, район мәктәптәренән экскурсияға уҡыусылар килә.
Йәлембәттән сыҡҡан эшҡыуарҙар Әлимә Абдуллина магазин, Илфат Төлкө-баев «Алтын ҡурай» кафеһын тота.
Ҙур ғына мәсьәлә лә борсой йәлем-бәттәрҙе. Автобусһыҙ — донъя һанһыҙ, тиҙәр халыҡта. Ауылға инеп-сығыусы автобустар ҙа, Газелдәр ҙә юҡ. Ошо сәбәп-ле, райүҙәккә, башҡа тарафтарға ҡапыл ғына сығып китеүе уңайһыҙ йәлем-бәттәргә, бигерәк тә күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа, шаҡтай ҡаты һыуыҡтарҙа ҡыйынға тура килә. Юл йөрөү өсөн гел генә кемдәндер шәхси машиналар эҙләр-гә мәжбүр улар.
Ҡыҙҙар ҡайта ауылға
Һуңғы осорҙа «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамы республиканың күп ауылдарында бик популяр булып китте. Бынан дүрт йыл элек Йәлембәт ауылы ла илебеҙ буйлап таралышҡан ҡыҙҙарын матур байрамға йыйған. Был байрамдың маҡсаты — оҙаҡ йылдар бер-береһе менән күрешә, осраша алмаған оло апайҙар, әхирәттәр, һеңлеләрҙе күрештереү.
Күңелдәрендә матур хәтирә булып ҡалған еләк тиргән, бесән сапҡан туғай-урмандарын, тау-йылғаларын, уйнап үҫкән урындарын онотмаған ҡыҙҙарҙың шатлығын күреү үҙе ҡыуаныс була. Йәлембәттәр өсөн был байрамдың әһәмиәте ҙур, ҡасандыр ауылдан сит тарафтарға сығып киткән ҡыҙҙар бер-бер артлы ауылға ҡайтып төпләнә башлайҙар. Улар тыуған нигеҙҙәрен ҡоротмаҫҡа, ярҙамға мохтаж, ҡарауһыҙ яңғыҙ ҡалған әсәләрен ҡарарға тип тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайтҡандар.
Фәинә Шәрипова 90 йәшлек әсәһен ҡарай. Йәлембәткә ҡайтып төпләнгәненә 5-6 йыл самаһы, бер йәй эсендә айырым йорт һалып сыҡҡан. Фәинә апайҙың әсәһе Сәимә инәй Уйылданова ике генә йәшендә әсәйһеҙ ҡала, атаһы фронтҡа китә. Етем ҡыҙ Ғәбит Ғиниәтов исемле апаһы ҡулында үҫә. Үҫмер сағы һуғыштан һуңғы йылдарына тура килгән инәйҙең бөтә ғүмере колхозда уҙа. Туғыҙ бала тәр-биәләп үҫтергән. Һаулығы ныҡ ҡаҡшаһа ла, инәй бөгөнгө көндә үҙ аяғында йөрөй.
Зәкиә инәй Ҡыуандыҡова 87 йәштә, ул ҡыҙы Рәмилә ҡарамағында. Әсәле-ҡыҙлы ваҡ малдар ҙа үрсетәләр, ҡош-ҡорт та көтәләр — ҡыҫҡаһы, һәүетемсә генә итеп донъя гөрләтәләр.
Рәмилә Батыр ҡыҙы йәш сағынан Магнитогорск ҡалаһына сығып киткән, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштер-гән. Ҡыҙ башы менән уның был һөнәрҙе һайлағанына күптәр сәйерһенеп ҡарай, әммә ир-ат, ҡатын-ҡыҙ эше тип айырып тормаған Рәмилә апай һөнәре буйынса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Ул 104-се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, Магнитогорск металлургия комбина-тында 35 йыл хеҙмәт итә.
— Мине атайым менән әсәйем Бело-рет педучилищеһына уҡытыусылыҡҡа уҡытырға ебәргән инеләр, ләкин минән уҡытыусы сыҡмай тип кире ҡайтып килдем. Күңелем теләгәнсә, «горячий стаж» менән иртәрәк хаҡлы ялға китермен, тип ошо һөнәрҙе һайланым. Тимерҙе генә түгел, алюминде лә, углекислый газ менән дә иретеп-йәбештерә беләм, — ти ул үҙе тураһында.
Йәлембәткә ҡайтып төпләнгәс тә, ихата эсен үҙ ҡулдары менән төҙөкләндерә, тимерҙән ҡапҡа ла эшләгән. Хатта ауылда төҙөлгән мәсеттең дә манараһын эшләп ҡуя Рәмилә Батыр ҡыҙы. Бөгөнгө көндә ул ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Йорт-ҡураһында ғына тү-гел, хатта мәсеткә барып утын ярырға өл-гөрә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Зәкиә инәй ғүмер буйы колхозда һыйыр һауған, быҙау ҙа ҡараған. Хеҙмәт ветераны, «Алтын ҡуллы» орденына лайыҡ.
Бөгөн дә тик ултырмай оло йәштәге Зәкиә инәй — тѳрлѳ туҡымаларҙан ҡалған сепрәктәрҙе ҡәҙерләп йыйып, ваҡытына ҡарап, шул кескәй генә туҡымаларҙан матур ҡорамалар барлыҡҡа килтерә. Өйҙөң һәр мөйөшөндә сағыу диван, ултырғыс түшәктәре күренә. Күптән түгел «Ҡорама» күргәҙмәһендә лә ҡатнашҡан. Өйҙә лә ул-был ваҡ эштәрҙе эшләр хәлдә әле лә: һалма йәйә, ҡырҡа, төрлө тәмлекәстәр бешерә.
— Эштән ҡурҡмағандар ауылда төпләнә. Ҡасандыр күмер, утын яғып йәшәлде, йылғанан көйәнтәләп һыу ташыныҡ. Ҡыҙыма, бөгөнгө заман булдырған уңайлы шарттарға оло рәхмәттәр уҡыйым, — ти Зәкиә инәй.
87 йәштәге Ишһылыу Хәйруллинаны иң бәләкәс ҡыҙы Айгөл ҡарай, ул да Буранғолда йәшәгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Шулай уҡ ғүмер буйы колхозда һауынсы булып эшләгән Ишһылыу инәй. Тормош иптә-шенән иртә генә тол ҡалып, һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырырға күпме көс һәм сабырлыҡ талап ителгәнен үҙе генә беләлер ул. Өсөнсө төркөм инвалиды. Айгөл Батыр ҡыҙы «Юбилейный»ҙа икегә ике графигы менән хеҙмәт итә, үҙе эштә булған саҡта тормош иптәше лә ҡәйнәһен хәстәрләй. Айгөл апай үҙе лә биш балаға әсәй.
Йәнһылыу Ғиниәтова исемле оло инәйҙе лә ҡыҙы Зөбәйлә көтә. Зөбәйлә апай эштә булыуы сәбәпле, улар менән аралашыу насип булманы.
Ошо урында оҙаҡ йылдар сит тараф-тарҙа йәшәп, әсәһен хәстәрләү маҡсаты менән уның эргәһенә ҡайтып йорт һалған Рәғиҙә Ғиззәтова хаҡында ла әйтеү кәрәктер. Ул Йәлембәткә ҡайтҡас, балалары ла уның артынан килгән. Йәш ғаилә балалар тауышы, сыр-сыуы менән Йәлембәт урамдарының береһенә йәм өҫтәгән.
Килен ҡәйнә буҫағынан ярала
Килен — кеше балаһы, уға мөнәсәбәт һалҡыныраҡ та, ҡорораҡ булырға тейеш тигән стереотип та йәшәй йәмғиәттә. Килендәр араһында ла ҡәйнәләрен ятһынған, тормошҡа ҡараштары, фекерҙәре төрлө булғандар осрай. Хәҙисә инәй Мырҙабулатова менән килене Гөлгөнә апай был ҡарашҡа ҡапма-ҡаршы миҫал булып торалыр. Бына 23 йыл инде улар татыулыҡта, бер-береһен ихтирам итеп, хөрмәтләп йәшәйҙәр.
Йәлембәт ауылы ҡыҙы Гөлгөнә апай йыраҡҡа китмәгән. Ауылдағы фермала хеҙмәт иткән, бөгөнгө көндә ул Яҡтыкүлгә йөрөп эшләй, тормош иптәше менән дүрт бала үҫтерәләр.
88 йәшлек Хәҙисә инәй оло йәштә булһа ла, тормош һынауҙарына биреш-мәгән. Яҡты сырайлы, асыҡ йөҙлө инәйҙең йөҙөнән нур бөркөлә. Ул килене өйҙә булмаған ваҡытта аш-һыу ҙа әҙерләй, йәйгелек баҡса тирәһендә лә өйөрөлә, ваҡытлы матбуғатты ла яратып уҡый.
— Киленем менән уртаҡ тел табып, татыу йәшәүе ауыр булыр тип уйлай торғайным. Шөкөр, киленем оло һүҙен йыҡмай, ихтирам менән ҡарай, кәрәк саҡта өндәшмәй ҡала белә. Уға ҙур рәхмәт. Улым менән матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙеләр. Ауылдаштар араһында ла абруйлылар. Иң мөһиме, олоно — оло, кесене кесе күреп, бер-береңде ғәфү итә белеп йәшәүҙәлер татыулыҡтың төп сере, — ти Хәҙисә инәй. — «Осҡон» гәзите — күптәнге дуҫым. Үҙем иҫ билгәне бирле гәзиттән айырылғаным юҡ, уның аша яңылыҡтар менән танышам. Гәзиттә һәр мәҡәлә уҡымлы. Күңелгә ятҡан мәҡәләләрҙе бер нисә ҡат уҡыйым ҡайһы берҙә. Гәзит килгән көн минең өсөн ҙур байрамға әүерелә.
Һүҙгә ҡәйнәһенең һөйләгәнен бүлдермәй, тыныс ҡына тыңлап торған килене ҡушыла:
— Иремдең туғандары миңә килен тип өҙөлөп торалар. Ир тартҡанды мир тарта, тигән бит ололар. Аллаға шөкөр, был тәңгәлдә мин бик бәхетлемен. Ирем дә, ҡәйнәм дә минең төп таяныстарым, кәңәшселәрем. Ғаиләнең именлеген һаҡлау, төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалау серҙәрен дә өйрәтә ҡәйнәм, — тип ҡәйнәһенә булған йылы һүҙҙәрен еткерҙе Гөлгөнә апай.
Фермер Саҙрыев
Михайловка ауылында питомник булдырып, төрлө үҫентеләр үҫтергән Зөлфәр Саҙрыевты районда белмәгән кеше һирәктер. Районға 1991 йылда килеп төпләнгән 74 йәшлек эшҡыуарҙың дәрт-дарманы, энергияһы ташып торғанына иҫең китерлек!
Бөгөнгө көндә фермер Йәлембәттә хужаһыҙ ҡалған йортто һатып алып, уның биләмәһен тимерҙән кәртәләп алған. Йорттоң эсен заманса йыһазландырған, йылытыу торбаларын алмаштырған һәм бик күп ваҡ эштәрен тиҙ арала атҡарып та ҡуйған.
Биләмәлә Зөлфәр ағай камори то-ҡомло Пакистан кәзәләрен, кәрлә ҡуян-дарын, эму тип аталған дөйәғоштарҙы ла үрсетә.
Йөн япмалары йомшаҡ, кәүҙәһе ыҡсым, муйыны бөтөнләй күренмәгән һөймәлекле кәрлә ҡуяндар һәр кемде үҙҙәренә ылыҡтыра. Был бәләкәй генә хайуандарҙы тотоуҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре тураһында ла һөйләне фермер. Ул әйтеүенсә, кәрлә ҡуяндар тиҙ генә яңы климатҡа күнегә һәм улар таҙа ла булалар. Улар мөләйем, изге күңелле йорт хайуандары, ҡәнәғәт булғанда, тештәре менән көлкөлө итеп туҡылдаталар һәм матур тауыштар сығаралар икән. Был төр ҡуяндар бик тиҙ үпкәләй һәм үҙҙәренә ҡарата насар мөнәсәбәтте оҙаҡ хәтерләй.
Дөйәғоштарҙы Зөлфәр ағай Ғафури районында урынлашҡан дөйәғоштар фермаһынан алып ҡайтҡан. Улар бойҙай, кәбеҫтә, көнбағыш менән туҡлана. Әле дөйәғоштарға алты ғына ай, 1 йәш тә 8 айында йомортҡа һала башлаясаҡтар. Улар 150 килограмм ауырлыҡҡа тиклем үҫәсәктәр, эму дөйәғоштары — донъяла иң эре ҡоштарҙың береһе. Эмуның күреү һәләте бик яҡшы. Улар хәүефте 100 метр алыҫлыҡтан күрә. Тағы ла бер үҙенсәлеге —хәрәкәт тиҙлеге. Ҡош еңел генә сәғәтенә 50 саҡрымға тиклем йүгерә ала.
— Бында урынлашҡан «Белый лекарь» питомнигына сит тарафтарҙан бик күп кешеләр экскурсияға килә, шунда килгән ял итеүселәрҙе ылыҡтырыу маҡсаты менән башҡа ошондай идея килде. Артабан пландарым күп — ошо биләмәне йәшеллеккә әйләндерергә, төрлө ағастар, бигерәк тә тирәктәрҙе ултыртырға уйлайым. Сөнки урын дымлы, тирәктәр, Алла бирһә, шаулап-гөрләп үҫәсәк. Ә был үрсетә башлаған хайуандарға әлеге мәлдә урындағы балалар килә, улар ҡыҙыҡһына, төрлө һорауҙар бирә, — ти ул.
Зөлфәр ағай ауылдың йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша. Еңеүҙең 75 йыллығына уның көсө һәм ярҙамы менән аллея булдырылған. Ул үҙенең питомни-гынан балан, алмағас, энәлектәр алып килгән.
Һатыусы Ғилмиә
Эшеңде ныҡ яратҡанда ғына уға бар ғүмереңде бағышларға, ал-ял белмәй бирелеп эшләргә булалыр ул. Һатыусы Ғилмиә апай бар күңелен сауҙаға ғына бағышлап ҡалмай, ә эш урынын бөхтә итеп тотоуға ла ныҡлы иғтибар бүлә. Шуға ла ул эшләгән кибеттән дә, үҙ һөнәрен яратҡан һатыусының йөҙөнән дә нур бөркөлә. Ҡот уйнап торған был магазинға халыҡ яратып йөрөй. Ғүмере буйы һатыусы булып эшләгән Ғилмиәне ауылдаштары тик маҡтап ҡына телгә ала, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Сөнки ул эшен намыҫ менән башҡара. Һатып алыусыларын гел генә асыҡ йөҙ менән йылмайып ҡаршылай. Кәрәк саҡта хәлдәренә лә инә белә. Магазиндағы аҙыҡ-түлек бер ҙә иҫкереп ятмай, шунда уҡ һатып бөтөлә. Кәштәләрҙә лә һәр ваҡыт тәртип.
Уңған һатыусы эше менән генә түгел, шәхси тормошо менән дә үрнәк күрһәтә. Ул кейәүгә сыҡҡас та, Себер тарафтарына юллана. Шул ваҡытта Йәлембәттә күркәм итеп йорт төҙөйҙәр, ике балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн улар йәшәгән өй матур булып әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Эске яҡтан да сынъяһау итеп ҡорған уны егәрле хужабикә.
Сауҙа өлкәһендә 32 йыл эшләгән Ғилмиә апай. Хаҡлы ялда булһа ла, әле лә эшһеҙ ултырмай. Йәйгеһен еләк-емешен, көҙгөлөк бәшмәген дә һатып, аҡса итә белә ул.
Бына шулай йәшәй йәлембәттәр — кемдәрҙер ауылды бөтөрмәйем тип, матур итеп балалар үҫтереп донъя көтһә-ләр, кемдәрелер ата-бабаларыбыҙҙың васыяттарын үтәйҙәр, тыуған нигеҙҙәренең ҡотон ебәрмәйҙәр. Киләсәктә лә Йәлембәттә уттар янасаҡ әле...
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.