Йәмғиәт
17 Января 2024, 04:29

Башҡортостанға туристар ағымы 19 процентҡа артҡан

2023 йылдың ун бер айында Башҡортостанға 2 миллиондан ашыу турист килгән, был 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 18,8 процентҡа күберәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанға туристар ағымы 19 процентҡа артҡанБашҡортостанға туристар ағымы 19 процентҡа артҡан
Башҡортостанға туристар ағымы 19 процентҡа артҡан

Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында — өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй.

      2023 йылда был маҡсаттарға 1,5 миллиард һум самаһы федераль средстволар йәлеп ителгән. Туристарҙың уңайлы глэмпингтарҙа һәм ҡунаҡханаларҙа йәшәү, аҙыҡ-түлек мәҙәниәте менән танышыу, ваҡиға сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

    Төбәк Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республика шифаханаларға ихтыяж күрһәткесе буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы рәттә килә, ә ил буйынса бишенсе урынды биләй. Ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостан шифаханаларында 218,8 мең клиент ҡабул ителгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас