Йәмғиәт
19 Ғинуар 2024, 08:05

Әбйәлилдәр — Бөтә Рәсәй форумында

15-16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «БӘЛӘКӘЙ ВАТАН - РӘСӘЙҘЕҢ КӨСӨ» Бөтә Рәсәй муниципаль форумы үтте. #ВладимирПутин

Әбйәлилдәр — Бөтә Рәсәй форумындаӘбйәлилдәр — Бөтә Рәсәй форумында
Әбйәлилдәр — Бөтә Рәсәй форумында

Рәсәй Президенты Владимимр Путиндың ҡушыуы буйынса Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙең Бөтә Рәсәй ассоциацияһы тарафынан  тәүге тапҡыр ойошторолған был сарала илебеҙҙең 89 төбәгенән ете меңдән ашыу муниципалитет вәкиле ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең райондан Хәлил, Рауил, Гусев һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләре башлыҡтары Айбулат Хәйбуллин, Әбделхай Солтанов, Шәрифйән Ғәтиәтуллин һәм Радик Ғәйзуллин да булды.

Яҡташтарыбыҙ белдереүенсә, сараның эшлекле программаһы бик бай булған, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында панель дискуссияларҙа, башлап әйҙәүсе эксперттар менән осрашыуҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашҡандар улар.

 Форумда ҡатнашыусылар өсөн шулай уҡ башҡала буйлап экскурсиялар, мәҙәни саралар ҙа ойошторолған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас