Йәмғиәт
19 Ғинуар 2024, 07:45

Әсәлек капиталы 833 мең һумға етәсәк

Ғаилә йылында илебеҙ ғаиләләре беренсе балаға – 630,4 мең, икенсеһенә 833 мең һум күләмендә әсәлек капиталы түләү күҙаллана. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әсәлек капиталы 833 мең һумға етәсәкӘсәлек капиталы 833 мең һумға етәсәк
Әсәлек капиталы 833 мең һумға етәсәк

Президенттың ҡушыуы буйынса 2022 йылдан әсәлек капиталы йыл һайын инфляция буйынса индексациялана. 2024 йылдың 1 февраленән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме – 43,4 мең һумға, ә икенсеһенә 57,4 мең һумға артасаҡ.

2023 йылда әсәлек капиталы аҡсаһын күберәк торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонғандар. Илдә 677 меңдән ашыу ғаилә ошондай мөмкинлектән файҙаланған.

Икенсе популяр йүнәлеш – әсәлек капиталынан өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләү.

Өсөнсөһө  – белем алыу. 2023 йылда 376 мең ата-әсә әсәлек капиталы аҡсаһын ошо маҡсат өсөн тотонған.

Беренсе бала өсөн аҡса алған ата-әсәләргә икенсе балаһы тыуғанда 202,6 мең һум күләмендә өҫтәмә ҡаралған.

“Әсәлек капиталы”  “Демография” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:
Читайте нас