Йәмғиәт
26 Ғинуар 2024, 01:25

Әхмәровтар ғаиләһе В. Путин менән осрашыуҙа ҡатнашты

Владимир Путин рәсми рәүештә Ғаилә йылына старт бирҙе. #ВладимирПутин  

Әхмәровтар ғаиләһе В. Путин менән осрашыуҙа ҡатнаштыӘхмәровтар ғаиләһе В. Путин менән осрашыуҙа ҡатнашты
Әхмәровтар ғаиләһе В. Путин менән осрашыуҙа ҡатнашты

Владимир Путин «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында «Йыл ғаиләһе» һәм «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурстарында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр менән осрашты. Улар иҫәбендә Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар ғаиләһе лә бар ине.

Дүрт бала тәрбиәләгән Анна һәм Рөстәм Әхмәровтар — ижади ғаилә. Былтыр октябрь айында улар «Йыл ғаиләһе» конкурсының «Ғаилә  —традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеүсе булды. Хәҙер яңы еңеүгә дәғүә итәләр.

“Яҡташтарыбыҙҙы дәртләндергән өсөн Владимир Владимировичҡа рәхмәт белдерәм. Республикабыҙ тураһында йылы һүҙҙәре өсөн дә. Башҡортостан ысынлап та ҡыйыу йөрәкле яугирҙәр — Рәсәй һаҡсылары, илдең терәк төбәктәренең береһе булды, бар һәм булыр»,  —тип яҙҙы республика етәксеһе.ыл хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.

ФОТО:АНО "Россия - страна возможностей" 

Автор:
Читайте нас