Башҡортостанда меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән йәнә дүрт ауыл тиҙлекле мобиль 4G-интернет һәм телефон элемтәһе менән тәьмин ителде
Заманса бәйләнеш Бишбүләк районының Сухоречка, Баймаҡ районының Ҡуянтау, Күгәрсен районының Күгәрсен, Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылдарына килеп етте. Уларҙа мәғлүмәт тапшырыуҙың уртаса тиҙлеге секундына 60 мегабитҡа тиклем артҡан. Был эштәр"һанлы иҡтисад" милли проекты нигеҙендә башҡарыла.
Сығанаҡ: "Башинформ"