Студия етәксеһе Зарина Йәнбирҙина Йәштәр йортонда ҡыҫҡа метражлы фильм-комедияның премьераһын ойошторҙо, унда төп ролдәрҙе беҙҙең район ҡыҙҙары башҡара. Премьераны «Жасмин» моделдәре асты, тамашасыларға ҡыҙҙар Яңы йыл кәйефе һәм тылсымлы атмосфера бүләк итте.
Төп ролдәрҙе Ульяна Нөғәмәнова, Мәликә һәм Латифа Вәлиевалар, Азалина Әлибәкова, Данилина Кузиахметова, Раина Малыбаева, Лиана Вәлиева, Анелия Сафуанова башҡаралар. Был ҡыҙҙар «Ҡарһылыуҡай» конкурсында ла ҡатнашҡайны.
Кисә барышында гүзәлкәйҙәр үҙҙәрен алып барыусы ролендә һынап ҡаранылар, тамашасыларға дефиле күрһәттеләр, ижади сығыштары менән байыттылар.
Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров сығыш яһаны. Ул Әбйәлил йондоҙсоҡтарын «Ҙур проект» етәксеһе, балалар һәм үҫмерҙәр киностудияһы продюсеры Айгөл Үтәгәнова исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм тәмлекәстәр менән бүләкләне.
Г. ХӘСӘНОВА.