Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов тантананы асып, райондың уҙған йылдағы эшмәкәрлеге буйынса доклад (уның сығышы гәзиттең 2 февралдә сыҡҡан һанында баҫылды) уҡы- ны.
— 2023 йыл — барыбыҙ өсөн дә ҡатмарлы, көсөргәнешле йыл булды. Әммә республика, ил етәкселегенең төптән уйланылған ҡарарҙары, ярҙамдары менән беҙ иҡтисади йәһәттән тотороҡлоҡ һаҡлап ҡалдыҡ. Төҙөлөш, социаль өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр булды, халыҡ мән- фәғәтендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Милли проекттар, федераль программалар буйынса күп мәсьәләләр хәл ителде, — тине Илдар Таһир улы. — Райондың үҫешенә үҙенең өлөшөн индергән, хеҙмәт ҡаҙаныштары менән Әбйәлилде данлаған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Артабан да бергә һәм берҙәм булып, районыбыҙ өсөн тырышайыҡ!
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның республика бүлексәһе рәйесе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина әбйәлилдәрҙе сәләм- ләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
– Башҡортостан бөтә ил кеүек яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Беҙҙең филиалға 23 меңдән ашыу һорау, 14 меңдән күберәк мөрәжәғәт килде. Шуларҙың 21 меңдән ашыуы хәл ителде. Төп мәсьәләләр – төрлө ярҙам сараларын тәғәйенләү, юридик консультация һәм медицина ярҙамы; федераль һәм төбәк түләмдәрен юллау. Бөгөнгө көнгә фонд филиалында 97 социаль координатор эшләй, республиканың барлыҡ муниципалитеттары социаль координаторҙар менән тәьмин ителгән. Махсус хәрби операция ветерандарына һәм унда ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Геройҙар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү әлеге ваҡытта беҙҙең иң мөһим бурыс, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләп, хеҙмәт ветерандары булып танылған, хаҡлы ялда ла район, ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәгән бер төркөм активистар — Ҡырҙастан Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Таштимер- ҙән Илүзә Ғәйнуллина, Байымдан Хәйҙәр Хөснуллин, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина, Әлмөхәмәт башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Хәмитова «Намыҫлы хеҙмәттәре һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлектәре өсөн» Башҡор- тостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе К. Толкачевтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыуҙа әүҙем ярҙам иткән шәхси эшҡыуарҙар Илфат Нәҙершин менән Вадим Ғәлин, Хәмит ауылы старостаһы Динир Баһауетдинов, ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин, ЗУЭМВС етәк- сеһе Кәрим Ҡолмөхәмәтов «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Район башлығы Илдар Нафиҡов та ошондай наградаға лайыҡ булды.
Г. Ҡолһарина «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалын оҙаҡ йылдар төрлө урындарҙа намыҫлы хеҙмәт иткән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, күп балалар тәрбиәләгән өлгөлө әсәйҙәргә тапшырҙы. Бикҡолдан дүрт бала әсәһе Әсмә Баязитова, Ишбулдынан алты бала үҫтергән Айһылыу Насирова, Теләштән биш бала әсәһе Вафира Кәримова, Рысҡужанан биш баланы лайыҡлы тәрбиәләгән Хәснә Мостафина — уларҙың барыһы ла ғәзиз улдарын ҡәһәрле һуғышта юғалтҡан. Буранғол ауы- лынан хеҙмәт ветераны, биш бала әсәһе Рәүиә Хамматова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов яҡташтарын депутаттар корпусы исеменән тәбрикләне.
— Уҙған йылда район етәкселеге тарафынан күп эштәр башҡарылды. Ағымдағы йылға ла аныҡ маҡсаттар һәм бурыстар билдәләнгән, берҙәм коман-да булып эшләгәндә ул да емешле һәм уңыштарға бай булыр тип ышанам, — тине Йәлил Насип улы.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол- тай депутаты ҡулынан фиҙаҡәр хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эш- мәкәрлеге өсөн район Советы секретары Булат Исламбаев менән «Уральские Зори» бала- лар ял комплексы директоры Олег Закиров БР Дәүләт Йыйы-лышы — Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын алды.
Махсус хәрби операция ба- рышында күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Данил Ғаяз улы Хужин Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Хәрби бурысын үтәгәндә батыр- ҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Руслан Раяз улы Кәримов үл- гәндән һуң Генерал Шаймора- тов орденына лайыҡ булды. Юғары награданы район баш- лығы Илдар Нафиҡов яугирҙың ҡатыны Динә Кәримоваға тап- шырҙы.
Дүрт сәғәт дауам иткән йы- йылыштың иң ҙур өлөшөн бү- ләкләүҙәр биләне һәм сәхнәгә күтәрелгән һәр кем үҙ һөнә- ренең ысын оҫтаһы булараҡ бындай иғтибарға лайыҡ ине. Ауыл хужалығы тармағының иң алдынғы предприятиелары, иң тырыш эшсәндәре, социаль өл- кәлә тәжрибәле белгестәр була- раҡ танылыу яулағандар, оҙаҡ йылдар йәмәғәт ойошмаларын- да арымай-талмай эшләгәндәр йәки ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәгәндәр — барыһы ла бүләк һәм гөлләмәләр алып, хеҙмәттәрен юғары баһалауға ҡыуанды. Шәхси хужалыҡта- рында күпләп мал тотҡан, өл- гөлө ғаиләләр ҙә ситтә ҡалманы. Махсус операцияла ҡатнашыу- сыларға гуманитар ярҙам йы- йыуҙа әүҙемдәр бүләкләнде. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙған ауылдар араһын- да иғлан ителгән конкурс еңеү- селәре иғлан ителде, осрашыуға әҙерлек һәм үткәреүгә ҙур көс һалғандар билдәләнде.
Иң сағыу ижади коллектив- тар һәм балалар ансамблдәре ҡуйған байрам концерты танта- наны йомғаҡланы.
Динара САФИУЛЛИНА.