Йәмғиәт
9 Февраль 2024, 09:19

Ул да Ватанын һөйҙө

Һуғыш аяуһыҙ: көн һайын тиерлек бынамын тигән ир-егеттребеҙҙе һуңғы юлға оҙатабыҙ, уларҙың батырлығы беҙҙең күңелдәргә мәңгегә яҙыла бара. Район халҡы үҙенең ҡыйыу улдарының береһе, рядовой Евгений Викторович Цветков менән мәңгелеккә бәхилләште.

Матәм сараһында  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һәм уның урынбаҫарҙары, мәрхүмдең яҡындары, дуҫтары һәм ауылдаштары ҡатнашты.
– Хөрмәтле яҡташтар! Районға тағы ла ҙур ҡайғы килде, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе батыр егеттәребеҙҙең береһе менән хушлашабыҙ. Бөгөн Евгений Цветковты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Бибиниса Зариф ҡыҙы, Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы, мәрхүмдең балалары, һеҙгә бөгөн ниндәй генә һүҙҙәр әйтһәк тә, аҙ булыр. Илһөйәр, үҙ һүҙендә тора белгән, ҡыйыу ҡаһарман яугир өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Уның исеме мәңгеләштереләсәк һәм хөкүмәт тарафынан һеҙҙең ғаилә хәстәр һәм иғтибар менән солғанып алынасаҡ. Ауыр тупрағың еңел, йәндәре йәннәттә булһын, батыр! Һин мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә, – тине үҙенең сығышында Илдар Таһир улы.
Йәлил Нәсиб улы БР Башлығы Радий Фәрит улы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының  исеменән мәрхүмдең яҡындарына сабырлыҡ теләне. 
– Евгений Викторовичтың яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә һаҡланасаҡ. Киләсәк быуын өсөн ул – өлгө һәм ҡаһарманлыҡ. Уның исемен мәңгеләштереү өсөн саралар күреләсәк, йәш быуынды уның өлгөһөндә тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Мәрхүмдең яҡындарына иңдәрегеҙгә ятҡан ауыр ҡайғыны күтәрерлек көс-ҡеүәт, сабырлыҡ теләйем. Ятҡан ерең тыныс, йәнең йәннәттә булһын, герой. Рәсәй батырына дан! – тине үҙенең сығышында Й. Зәйтүнов.
Туғандары исеменән сығыш яһаусы ҡыҙы Әҙилә геройҙы хөрмәт итеп һуңғы юлға оҙатырға килгән район хакимиәте вәкилдәренә, туғандарына, ауылдаштарына оло рәхмәттәрен еткерҙе. Атаһының өлгөлө ғаилә башлығы, балаларына яҡшы атай, хәстәрлекле олатай, кешелекле, ярҙамсыл, эшһөйәр булғанын әйтте.
Матәм сараһына Хәйбулла районынан һалдаттың класташтары ла килгән ине. Мәктәптә тырышып уҡыуы, алсаҡ, изге күңелле булғанлығы хаҡында уның класташы Елена Иванова һөйләне.
Яу яланында бергә хеҙмәт итеүсе иптәш егеттәре лә һүҙ тотто матәм сараһында.  Максим Ханцев 74-се гвардия бригадаһы исеменән геройҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
– Ил өҫтөнә төшкән ауыр минуттарҙа Евгений Викторовичтың ситтә ҡалмауы уның ҡыйыу йөрәкле яугир икәнлеген иҫбатлай, – тине ул үҙенең сығышында.
Евгений Цветков 1972 йылдың 20 октябрендә Марий Эл республикаһының Волжск ҡалаһында донъяға килгән. Беренсе класҡа Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк урта мәктәбенә уҡырға бара. Унынсы класты тамамлағандан һуң, Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Евгений Викторович алсаҡ һәм изге күңелле кеше була, һәр ваҡыт туғандарына ярҙам итә һәм ауыр эштән ҡурҡмай. Училищены тамамлағас, Әбйәлил районына эшкә килә. Кусимов исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан “Юбилейный” шифаханаһында эшләй. Бикҡол ауылы ҡыҙы Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙына өйләнеп, өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡатынына тоғро тормош юлдашы, береһенән-береһе матур Әҙилә һәм Аэлита исемле ҡыҙҙарына, Артем улына абруйлы атай, өлгөлө ғаилә башлығы була. Ғүмеренең күп өлөшө Бикҡол ауылында уҙа, мәсеткә йөрөй. Дини тәғлимәттәргә таянған, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле, кеселекле Евгений Викторович ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙана.
Улы Артем Украинала барған махсус хәрби операцияға 2023 йылдың ноябрендә юллана. Улының ҡыйыу ҡарарын хуплап, атаһы ла декабрь айында уның артынан яу яланына китә. Һуғышта үҙен әүҙем яугир итеп күрһәтә, хеҙмәттәштәренә тоғро дуҫ була. 
Ҡыҙғанысҡа күрә, 18 ғинуарҙа Донецк ҡалаһының үҙәк дауаханаһында пневмония сиренән һәләк була. Матәм сараһына һалдаттың улы ла ҡайтҡан ине. Зыяратҡа табан атаһының фото һүрәтен тотоп атлаған Артемдың ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен үҙе генә белә...  Евгений Викторович Бикҡол ауыл зыяра- тында ерләнде. 
Батырҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Геройға мәңгелек дан!
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас