Йәмғиәт
14 Февраль 2024, 11:05

Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә

2024 йылға ла ҙур күләмдәге эштәр планлаштырылған.

Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндереләМилли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә
Милли проект ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә

Быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төбәк һәм урындағы юл участкаларын, яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү һәм реконструкциялау буйынса эштәр дауам ителәсәк. Дөйөм алғанда, ошондай 117 объектты, шул иҫәптән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана, тип һөйләне Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.

 «Биш йыл дауамында“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты йөҙҙәрсә урам-юл селтәрҙәре участкаларын, транспорт селтәрен һәм яһалма ҡоралмаларҙы тәртипкә илтерергә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә илдә юл инфраструктураһы заманса, ышаныслыраҡ була бара, был, һис шикһеҙ, төбәктәрҙең дөйөм үҫешендә һәм халыҡтың уңайлығында ыңғай сағыла. Быйыл да был эште әүҙем дауам итербеҙ - ошондай тағы 117 объектты төҙөрбөҙ», - тине Марат Хөснуллин.

"Башинформ" мәғлүмәте буйынса.

Автор:
Читайте нас