Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указда билдәләнеүенсә, почетлы наградаға 24 муниципалитеттан биш һәм унан күберәк бала үҫтергән 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Улар араһында Әбйәлил районынан Роза Хәлим ҡыҙы Ғарипова менән Розалина Булат ҡыҙы Әхтәмова булыуы ҡыуаныслы. Күп балалар тәрбиәләгән әсәләрҙе юғары награда менән ҡотлайбыҙ!