Рәсәй Президенты Владимир Путин 16 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән яңғыҙ әсәне йәки атайҙы эштән бушатыуҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы.
Хәҙер эш биреүсе үҙ теләге менән 16 йәшкә тиклемге балаһы булған яңғыҙ ата йәки әсәне, шулай уҡ шундай йәштәге әсәйһеҙ бала тәрбиәләгәндәрҙе эштән сығара алмай. Быға тиклем Рәсәйҙә 14 йәшкәсә балаһын яңғыҙы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу тыйылды. Бөгөндән йәш сиге 16 йәшкә тиклем арттырылды.
Балалар 16 йәшкәсә уҡый, шуға күрә ошо йәшкә тиклем уларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән граждандар дәүләт яғынан өҫтәмә яҡлауға мохтаж.
Мәғлүмәт "Башинформ"дан.
Валерий Шахов фотоһы.