Йәмғиәт
15 Февраль 2024, 06:35

Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәр

Үтәгән халҡы элек-электән әүҙемлектәре, берҙәмлектәре менән һоҡландыра. Ошо көндәрҙә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары мәсеткә үҙ-ара кәңәш-төңәшкә йыйылды.  

Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәрБар яҡтан әүҙем үтәгәндәр
Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәр

Үтәгән ауылында дин юлында булыусылар артҡандан-арта, Аллаға шөкөр. Мәсеткә йыйылабыҙ тип ишетеү менән иман йортона ашыҡтым. Һәм шуны әйтергә кәрәк, мәсетебеҙҙең имамы Ишбулат ағай Әбүбәкеров балаларға ла дини дәрестәр бирә, мин барып ингәндә лә бәләкәй ҡыҙҙар ихлас уҡып ултыралар ине.

Береһенән-бере матур башҡорт кейемендә килеүселәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ

Махсус хәрби операцияла булғандарға ауылдаштарым һәр саҡ ярҙам итә, өйҙә бәйләп алып килеүселәр ҙә, мәсеттә булғанда ла энәләрен ҡулдан төшөрмәй, егеттәребеҙгә йәһәтерәк барып етһен тип тырыштылар. Шулай уҡ нисегерәк майшәмдәр эшләү серҙәрен дә белдек. Ауылыбыззың сәсәниәһе Хәнифә апай Әбүбәкерова, Гөлфирә еңгәй Йәһүҙина матур итеп мөнәжәт әйттеләр.

Шулай уҡ беҙҙең ауыл халҡы быйыл ППМИ программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе, шул ярышта ла еңеп сығып, зыяратты заманса итеп,  йәғни тимерҙән кәртәләп алыу файҙалы эш булыр ине.

Иң аҙаҡтан бишбармаҡтан ауыҙ итеп, тәмле сәйҙәр эсеп, ошондай матур саралар үтеп торһон тип таралыштыҡ. Ойоштороусыларға, йүгереп йөрөп табын әҙерләүселәргә ҙур рәхмәт!

Гөлдәр МАНСУРОВА.

Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәр
Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәр
Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәр
Бар яҡтан әүҙем үтәгәндәр
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас