Гүзәл зат үҙ булмышын, эске донъяһын, тәғәйенләнешен, яҡындары менән мөнәсәбәттәрен тәрәнерәк аңлаһын өсөн район мәҙәниәт һарайында ғәжәйеп хәстәрлекле мөхит тыуҙырылды. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен хасил иткән йүнәлештәр буйынса ойошторолған «Сәләмәтлек», «Бала сәләмәтлеге», «Сәләмәт йылмайыу», «Бәхетле ғаилә», «Матурлыҡ», «Үҙ асылыңды аңлау», «Аҡыл һәм оҙон ғүмерлелек», «Кәсептәр» биләмәләрендә булыусыларҙың һәр береһе үҙен бәхетле итеп тойҙо. Асыҡ Академияның эшендә проекттың идея етәксеһе, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашты, республиканың алдынғы тәжрибәгә эйә табиптары, психологтары шәхсән консультация, ҡабул итеүҙәр үткәрҙе, билдәле спикер-ҙарҙың сығыштары ҙур аудиториялар йыйҙы. Форум үҙ ҡосағына 600-ҙән ашыу кешене йәлеп итте.
Ғөмүмән, Асыҡ Академия саралары өйрәтеүсе, үҫтереүсе характер йөрөтә, ҡатын-ҡыҙға һәм ғаиләгә һәр яҡтан булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Уның программаһын «бәхет биләмәһен» ҡабул итеүсе район үҙе билдәләй. Иғтибарға ҡойонған, ихтыяждары ҡәнәғәтләндерел-гән Әбйәлилдең гүзәлдәрҙән-гүзәл заттары — олоһонан кесеһенә тиклем тәүге тапҡыр уҙғарылған саранан һис шикһеҙ илһамланып, дәртләнеп, күңелдәрен бәхет сатҡылары менән байытып ҡайт-ҡандыр, тип ышанғы килә.
Аҫыл асыл, алтын аҡыл серҙәре ниҙә?
Нисек итеп ҡатын-ҡыҙға уңышлы, бәхетле булырға һәм бәхет хисен сайпылтмай һаҡлап, яҡындарына өләшергә? «Үҙ асылыңды аңлау» биләмәһендә туҡталыусылар спикерҙарҙың мөһим темалар буйынса ябай аңлайышлы телдәге сығыштарын мауығып тыңланы.
Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортос-тандың атҡаҙанған табибы, гинеколог Зөһрә Гурова һәр йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге, йәшлекте һәм матурлыҡты һаҡлау серҙәре тураһында һөйләне.
Яҡташыбыҙ, сығышы менән Ташбулат ауылы ҡыҙы стилист-коуч Лилиә Мәхмү-това кеҫәгә артыҡ ныҡ һуҡмайынса ғына стилле кейенеү тәжрибәһе менән бүлеште, ғәмәли лекцияла ҡатнашыусылар кейем һайлау, уларҙы дөрөҫ комбинациялау буйынса төплө кәңәштәр алды. «Стиль — ул ҡатын-ҡыҙҙың эске торошо, беҙ уны өҫтөндәге кейеме аша күрәбеҙ. Кейенә белеү, икенсенән, үҙ-үҙеңә ышанысты ла арттыра. Мин тәү һөнәрем буйынса юға-ры белемле юристмын, ҡыҙыл дипломға эйәмен. Ләкин тормошта тәғәйеләнешемде икенсе өлкәлә таптым, Ҡазанда, Мәскәүҙә махсус уҡыуҙар үтеп профес-сиональ стилист булып киттем. Тәү сиратта үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына дөрөҫ стиль һайларға булышлыҡ итәм, саф башҡорт телендә марафондар үткә-рәм, стилистар әҙерләү буйынса уҡыуҙар ойошторам. Асыҡ Академияға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп килдем — райондаш апайҙарҙы, әсәйҙәрҙе, һылыуҙарҙы барыһын да матур итеп күргем килә», — тине Лилиә Әхәт ҡыҙы район гәзитенә биргән интервьюһында.
Клиник психолог, психоаналитик, психоанализ һәм психотерапияны үҫтереү Европа ассоциацияһы белгесе Юлиә Хәкимова ғаилә мөнәсәбәттәрен дөрөҫ ҡороу темаһын профессиональ күҙлектән тулыһынса асып һалды. Был майҙансыҡта күптәр үҙҙәре өсөн ғаилә бәхете асҡысын тапты.
Тормошта тотороҡлоҡ булдырыусы төп факторҙарҙың береһе аҡсаға барып тоташа. «БР финанс тикшеренеүҙәр үҙә-ге»нең финанс грамоталылығы департа-менты директоры Гөлназ Әбүзәрова ме- нән БР буйынса Милли банк бүлек-сәһенең баш иҡтисадсыһы Анна Каме-нева ғаилә аҡсаһын хәүефһеҙ һаҡлау һәм бурыстарҙан аҡыллы юл менән сығыу хаҡында файҙалы һабаҡ бирҙе.
Бәхет тәхете — сәләмәтлек
Сәләмәтлек биләмәһе эш көнө башланыуға ҡайнап тора ине инде. Йола рәүешендә проект сиктәрендә райондар ихтыяжлыҡ кисергән тар профилле табиптар урындарҙа күсмә ҡабул итеү уҙғара.
Әбйәлилгә ниндәй табиптар киләсәге тураһында халыҡҡа алдан иғлан ителде һәм сиратҡа яҙылыу ойошторол-до. Һәм тәғәйен көндө улар иртәнге 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем район ҡатын-ҡыҙҙары һәм шулай уҡ балалар өсөн бушлай консультациялар үткәрҙе.
231 гүзәл зат вәкиле маммолог, гастроэнтеролог, аллерголог, пульмо-нолог, ревматолог, кардиолог, эндо-кринологҡа күренеп ҡалһа, балалар профиле буйынса эшләүсе табиптар һәм белгестәр — аллерголог, невролог, эндокринолог, стоматолог, логопедтар 167 йәш пациентты ҡабул итте. Иң ҙур сират балалар аллергологына, невро-логҡа торҙо.
Әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған һәм опекаға алынған 12 бала йөрәк УЗИ-һын үтте. Тәгәрмәсле сто- матология табиптары 34 йәш пациенттың тештәрен дауаларға өлгөрҙө. Менталь сәләмәтлек үҙәге белгестәре аутизм спектры боҙолған балалар өсөн консуль-тация уҙғарҙы, нигеҙҙә телмәр функция-һы көйһөҙлөктәре менән яфаланған, насар һөйләшкән 44 баланы ҡараны.
Ғөмүмән, сәләмәтлек хәле буйынса аныҡ проблемалары булғандар ҙа, профилактик маҡсатта тикшерелергә килеү-селәр ҙә медиктарҙан төплө яуаптар алды. Баш табип Илгиз Килдейәров етәкселегендә үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә сәләмәтлек биләмә-һендә Өфө табиптары менән бергә эшләне, бер ыңғай халыҡты диспан-серлаштырыу буйынса ла әүҙем эш алып барҙы.
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»ндәге бәхет утрауҙарының береһе, әлбиттә, матурлыҡ биләмәһе ине. Бында парикма-херҙар, визажистар, косметологтар, массажистар эшләне. Оҫталар ҡулы аҫтында гүзәл заттар күҙ алдында үҙгәрҙе, килешле прическа, макияж һөйкөмлө йөҙҙәрен тағы ла балҡытып ебәрҙе. Экспресс-макияж һәм сәс йүнәтеү оҫталары шулай уҡ бушлай бәхет өләште, матурлыҡ серҙәре менән бүлеште. «Стиль» бөҙрәханаһынан Алина Хаҡыева, «Бьюти-бар»ҙан Азалия Баязитова һәм Өфөнән килгән прическалар буйынса стилист Дилә Юлгилдинаға һыу буйы сират теҙелде. Көноҙоно аяҡ өҫтөндә булған парикмахерҙар: «Матурлыҡ өлә-шеү — үҙе бәхет», — тип эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Биҙәндереүселәрҙән Азалия Йәрмө-хәмәтова «Яҡты-Күл» шифаханаһында администратор булып эшләй, параллель рәүештә визаж менән шөғөлләнә, килә-сәктә был өлкәлә үҙ эшен асыу хыялы менән яна. Сулпан Ҡарабәндина — мәға-риф бүлеге юрисы, ә макияж эшләү уның өсөн күңел талабы, өҫтәмә килем сыға-нағы ла.
Бөтә тәнгә биоэнергетик һәм биткә ультратауышлы массаж яһаусы Люциә Чанышева янынан да кеше өҙөлмәне. Квалификациялы массажсы Асҡарҙа йә-шәй, оҙаҡ йылдар Магнитогорскиҙа со-циаль хеҙмәткәр булып эшләй, 2018 йыл- дан массаж менән шөғөлләнә. «Мине был юлға үҙемдең түҙеп торғоһоҙ баш ауы-рыуынан ыҙалауым алып килде. Медика-ментоз дауаланыуҙың һөҙөмтәһе ваҡыт- лыса ғына ине, ахыр сиктә ультрата-уышлы массажға барҙым һәм оҙаҡ йыл-дар яфалаған сиремдән ҡотолдом. Хәҙер үҙем кешеләргә ярҙам итәм, иң ҙур ҡаҙа-нышым — түшәктә хәрәкәтһеҙ ятҡан ҡа-тынды аяҡҡа баҫтырҙым», — тине ул.
Профессиональ табип, Асҡар ҡыҙы Фирүзә Аҡбулатова Сибай ҡалаһында үҙенең косметология салонын булдырған. Асыҡ Академия эшенә ҡушылып ул да яҡташтарына матурлыҡ өләште: ул бит тиреһен таҙарта, йәшәртә торған маска-лар эшләне, плазмолифтинг процедураһын башҡарҙы.
Кәсептәр биләмәһендә
Әсәйҙәр, өләсәйҙәр, йәш һылыуҙар форум сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, нәзәкәтле ҡул эштәре йәрминкәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәүестәр һатып алды. Баш ҡаланан «Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре предприятиеһы милли стил-дәге күргәҙмә-сауҙаһын йәйелдерһә, урындағы кәсепселәр етештергән ҡул эштәре лә зауыҡ йәһәтенән һис ҡайтыш түгел ине. Әбдрәш һылыуҙары Гүзәлиә Усманова, Йондоҙ Биксурина, Асҡарҙан Азалия Әһелова, Айһылыу Хәмитова за-манса һәм стилләштерелгән биҙәүестәр тәҡдим итте, Асҡарҙан Зөлхиә Исхаҡова, Яңауылдан Гәүсәрә Мөхәмәтйәрова милли кейем һәм биҙәүестәре менән таң ҡалдырҙы, скульптор Юлиә Атауллинаның (Асҡар) арт-бетондан әйберҙәре һоҡла-ныу уятты, Марина Легоньконың (Асҡар) һабындан гөлләмәләре иҫ киткес матур ине. Баймаҡтан, Белореттан, Өфөнән килгән оҫталар ҙа үҙҙәренең исеменә күргәҙмә ҡылыусыларҙан, һатып алыусы-ларҙан бик күп йылы һүҙҙәр ишетте.
Ойоштороусыларға юғары баһа
Каринэ Хәбирова бөтә биләмәләрҙең эшен дә байҡап сыҡты, оҫтабикәләр менән аралашты, уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы.
Уйын бүлмәһендә шөғөл-ләнгән балаларҙың рәсемдәрен, ҡул эштәрен ҡараны, киләсәктә кем буласаҡтары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Бер малай: «Ә мин йырларға яратам», — тигәс, Каринэ Владимировна уның йырлап ишеттереүен һораны. 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Айсар Шәйбәков ысын әртистәрсә сығышы менән барыһын да әсир итте.
Асыҡ академияның танта-налы өлөшөн район мәҙәниәт йортоноң ҡатнаш вокал ан-самбле «Әбйәлил» йыры менән асты. Сараны БСТ каналының билдәле алып барыусыһы һәм комментаторы Дмитрий Ка-ретко алып барҙы.
— Бөгөн бында булыуым минең өсөн ҙур бәхет. Һеҙҙә бик матур, юл буйына тәбиғәтегеҙ менән һоҡландыҡ, ә бөтәһенән дә бигерәк халҡығыҙҙың нескә лә, шул уҡ ваҡытта әүҙем дә энергетикаһы хайран итте. Һәр кемдән изгелек, йылы һәм һөйөү бөркөлә. Һеҙҙең район — башҡорт мәҙәниәте сәңгелдәге. Проектҡа килгән һәр кем үҙе өсөн файҙалы, кәрәкле булған нимәнелер тапҡандыр, ҡыҙыҡ-лы кешеләр менән осраш-ҡандыр, тип ышанам. Һәр кем үҙендә һәм әйләнә-тирәһендә матурлыҡты күрергә өйрәнгәндер, — тине әбйәлилдәрҙе сәләмләп К. В. Хәбирова. — Бөгөнгө Биләмәлә беренсе тапҡыр ир-егеттәр өсөн дә майҙансыҡ эшләне. Ир-егеттәрҙең бәхет биләмәһе ҡасан булыр тип һорай торғастары, ниһайәт, булдырҙыҡ. Ә ҡатын-ҡыҙ, ир-егет бәхете биләмәһе араһында айырма юҡ. Сөнки һәммәбеҙ өсөн дә бәхет берәү — кешенең күңел тыныслы-ғында, беҙ бергә булғанда, ара-лашыуҙа, мәнфәғәттәребеҙҙе үҫтереүҙә...
Проект етәксеһе «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»н Әбйәлил ерендә ентекле әҙерлек менән ҡаршы алыуҙары һәм юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ иткәндәре өсөн район етәкселеге коман-даһына рәхмәтен Рәхмәт хаты аша белдерҙе. Һәм сараның һәр биләмәһе буйлап экскурсия үткәргән, Әбйәлилдең һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштырған И. Т. Нафиҡовҡа айырым рәхмәт әйтте, 37 форум уҙғарып беренсегә ир-ат етәксе тарафынан сараға ҡарата иң йылы иғтибар тойҙоҡ, тине ул.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һәм «Айҙар» театр-студияһы артистарының сағыу концерты ҡатын-ҡыҙҙарға бик шәп бүләк булды. Иң аҙаҡтан тамашасылар араһында бүләктәр уйнатылды. Бәхетлеләрҙең бәхетлеләре «Батыр» комплексы бассейнына, «Юрға» ат-спорт мәктәбенә ғаилә сертификаттары, китаптар һәм яулыҡ-шәлдәр отто.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.