Йәмғиәт
23 Февраль 2024, 11:39

Кандагарҙа ҡалған ҡан эҙҙәре...

15 февраль Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды, ошо дата айҡанлы район үҙәгендә тантаналы саралар уҙҙы.

Яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында «афганец» мөһөрө алған олпат ағайҙар бер-береһе менән ихлас күреште, ҡолас йәйеп бер-береһен ҡаршы алды. Уларҙың телмәрендә «Сәләм, бача!», «шурави» кеүек афған һуғышынан ҡалған сәйер һүҙҙәр ҙә яңғыраны. Ҡан-ҡойошло мәхшәр һалдаттар күңеленә мәңге төҙәлмәҫлек йән яралары һалһа ла, ул йылдарҙа ҡайһы берәүҙәре тән йәрәхәттәре алһа ла йөҙҙәре көләс, шат ине уларҙың. Берсә шатлыҡлы ла, берсә һағышлы ла байрам менән уларҙы район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне. 
— Хөрмәтле Афған һуғышы ветерандары, һеҙҙе иҫтәлекле дата менән ихлас ҡотлайым  һәм ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем, — тине ул. — Тарих биттәренә күҙ йүгертһәң, һәр быуынға тура килгән һуғыштар бар. Афған һуғышы ла беҙҙең ил тарихына ҡанлы биттәр менән яҙылған. Ҡәһәр һуғыш хаҡында иҫтәлектәр һеҙҙә ҡабаттан яңырмаһын, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын.
Район хакимиәте вәкилдәре һәм ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты булып йәшәүселәр алыҫ Афған ерендә ғүмерҙәре өҙөлөп, мәңге йәш булып ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды, уларҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды.
Артабан сарала ҡатнашыусылар район мәҙәниәт йортона юлланды, «түңәрәк өҫтәл» артында әңгәмәләште. Унда афғансыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, социаль фонд етәксеһе Сәләх Йомағужин сәләмләне.
— Бөгөнгө осрашыуыбыҙ Афған һуғышында батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәндәргә дан һәм хөрмәт. Серле лә, ҡурҡыныс та һуғыш тураһында бик аҙ һөйләйҙәр һәм унда ҡатнашыусылар ҙа иҫкә төшөрөргә яратмайҙар. 15 февралдә яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерҙы иҫкә алабыҙ,  — тине ул үҙенең телмәрендә. — 14 февраль яҡташыбыҙ, генерал Кусимовтың да тыуыуына 115 йыл тулды. Ошондай ҡыйыу батырҙарыбыҙ өлгө-һөндә киләсәк быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Вадим Фәнил улы әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү буйынса эшмәкәрлеге, районда йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Марат Әминев, Вафир Әхмәтҡужин, Әхмәт Ғәлиәкбәров, Самат Фәхретдинов, Илгиз Хәйри-замановты  район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Сәләх Салауат улы хәрби хәрәкәттәр ветерандарынан пенсия, инвалидлыҡ юллау буйынса һорауҙар ҡабул итте.
Афған һуғыштары ветерандары советы ағзаһы Марат Әминев та телмәр тотто. Ул һуғыш яланын бергә үткән яугирҙәрҙең бер-береһен онотмауҙары, олоғайыуҙары һәм сәләмәтлектәре ҡаҡшауы сәбәпле сафтары һирәгәйеүенә үкенес белдерҙе. Иҫән ҡалғандар араһында киләсәктә лә дуҫлыҡ ептә-ренең ныҡ булыуын теләне. 
Тағы ла Асҡарҙан Самат Фәхретдинов хеҙмәттәштәрен тәбрикләне, Ишҡолдан Фәизйән Әхмәтйәнов баҡыйлыҡҡа күс-кән һалдаттар рухына аят бағышланы. Гусев ауылынан Ғәзиз Хәйруллин, Ту-паҡтан Хәлил Суфиянов ретро йырҙар бүләк итте.
Яугир-интернационалистарҙың байрамын Вадим Папанин, Рузил Шәм-сетдинов, Вил Йәнйегетовтың музыкаль номерҙары биҙәне. 
Иң оҙаҡ барған интернациональ һуғышта 15 меңләп совет һалдаты һәләк булған. Был статистикаға хәрби конфликт тамамланғандан һуң госпиталдәрҙә яраларҙан үлгән, шулай уҡ яралар арҡаһында ғүмере ҡыҫҡа булғандар иҫәбе алынмаған. 
Беҙҙең райондан 157 ир-егет мәх-шәрле һуғышта ҡатнашһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә уларҙың етмештән артығы ғына иҫән-һау. Иҫән ҡал-ғандарының да сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, күптәре осрашыуға килә алманы.
Аяуһыҙ ҡан-ҡойоштан иҫән-имен ҡайтыусыларҙың күптәре бөгөнгө Украинала барған махсус хәрби операцияға битараф түгел. Күптән түгел Иҙәш Ҡусҡары ауылынан Юнир Хажиәх-мәтов хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булһа, Әбдрәш ауылы ир-уҙаманы Фәнил Сәйетбатталов бөгөн дә алғы һыҙыҡта дошман менән алыша.
Ул йылдарҙы хәтерләткән йырҙар яңғырағанда афғансылар ауыр саҡтарҙы күҙ алдынан үткәреп, үҙҙәренең ҡараштарын алыҫҡа төбәй. Алыҫ Кандагарҙа ҡалған ҡан эҙҙәре, шунда ғүмере өҙөлгән иптәштәрен йәлләү тойғоһо, һағыш, әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр ҙә ҡайнайҙыр уларҙың күңелендә. Афғансылар яу юлдарын артыҡ һөйләргә яратмай. Был юлы ла ветерандар: «Беҙ ул саҡта бары тик Ватан ҡушҡанды үтәнек, ә әлеге ваҡытта иң мөһиме илгә тыныслыҡ килһен», — тиҙәр.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас