Йәмғиәт
23 Февраль 2024, 11:51

Мораҡай летчигы

Мораҡай халҡы ошонда тыуып-үҫеп, төрлө һөнәрҙәргә эйә булып, халыҡ хужалығы тармаҡтарында өлгөлө хеҙмәт юлы үтеп, хөрмәт ҡаҙанған ауылдаштары менән сикһеҙ ғорурлана. Шундай арҙаҡлы яҡташтарының береһе – Ф. Ә. Хәйруллин.

Фирғәттең әсәһе, Ишембай яҡтарында тыуып үҫкән Фәйрүзә Миңлейәр ҡыҙы һуғышҡа тиклемге йылдарҙа Әбйәлилгә уҡытыусы булып эшкә килә. Мораҡайҙа мәктәптә эшләгән йылдарында ошо ауыл егете Әүхәҙи Хәйруллин менән яҙмышын бәйләй. Ғаиләлә өс ул һәм өс ҡыҙ буй еткерә. Атай кеше йәшләй үлеп ҡалғас, ул-ҡыҙҙарын бер үҙе аяҡҡа баҫтырып, уларға белем биреүгә ҙур тырышлыҡ һала әсә кеше. Бөгөн балаларының барыһының да тормошта үҙ урындарын табып, күптәргә өлгө булып, етеш йәшәүҙәренә әсә рухы шаттыр.
Фирғәт ғаиләлә өсөнсө бала була. Ауылда башланғыс белем алғандан һуң ул уҡыуын Октябрьский ҡалаһындағы интернат-мәктәптә дауам итә, бында уҡыу татар телендә алып барылһа ла, тырышып уҡып, 8-се класты яҡшы билдәләргә тамамлай. Унан һуң Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә уҡып, өлгөргәнлек аттестаты ала.
Бала саҡтан летчик булыу хыялы ме-нән янған егет ВЛКСМ-дың 50 йыллығы исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы Силәбе юғары хәрби авиация штурмандар училищеһына уңышлы имтихан тотоп, курсант булып китә. Тырыш, эшһөйәр, бала саҡтан спорт менән дуҫ булған егеткә  уҡыу еңел бирелә, училищела уҡыу йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә.
1976 йылда хәрби уҡыу йортон та-мамлаған Фирғәт Әүхәҙей улын йүнәлт-мә буйынса Эстонияның Тарту ҡалаһына ебәрәләр, бында ул Ҡыҙыл Байраҡлы Берлин полкында хеҙмәт юлын үтә.
— ТУ-16 самолеттарында осоштар яһаным, бөтә осоу-тактик һәм дивизия-авиация күнекмәләрендә ҡатнаштым, — тип һөйләй Фирғәт Әүхәҙей улы. — Намыҫлы хеҙмәтем хаҡында «Авиация и космонавты» журналында мәҡәләләр баҫылды.
1984 йылда  Ф. Ә. Хәйруллин тауыш-тан шәберәк осоусы самолеттар менән идара итеүгә белемен камиллаштыра һәм ТУ-22 самолеттарында осоштар яһауын дауам итә.
1985-1994 йылдарҙа яҡташыбыҙ Белоруссияның Гомель ҡалаһында хеҙмәт итә. 
— Көнбайыш йүнәлешендәге развед-ка полкы составында хеҙмәт иткәс,  бөтә сараларҙа ҡатнашырға тура килде, махсус заданиелар үтәүҙә лә ҡатнаштым, — тип дауам итә Фирғәт Әүхәҙей улы.
СССР тарҡалғас, Рәсәй ғәскәрҙәре Беларуссия биләмәһенән сығарыла һәм полк тарҡатыла. Мәскәүгә ҡайтҡас, Ф. Ә. Хәйруллин Ҡораллы Көстәр сафынан пенсияға сыға. 
Хаҡлы ялда булһа ла, үҙ һөнәре буйынса Ямалда, Санкт-Петербург, Брянск, Мәскәү, Дмитров, Воронеж ҡалалары космодромында  эшләй. 
Хәрби летчиктың оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте СССР Ҡораллы Көстәренең юбилей миҙалдары,  10, 15, 20 йыл намыҫлы хеҙмәт өсөн миҙалдар, «Рәсәй Ҡораллы Көстәренә 100 йыл» миҙалы һәм төрлө кимәлдәге бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары  менән билдәләнгән.
Бөгөн Фирғәт Хәйруллин Өфөлә төпләнгән. Ҡатыны менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙарының икәүһе Гомель ҡалаһында, берәүһе Ленинградта үҙҙәренең ғаиләләре менән йәшәй, балалар үҫтерәләр.
Фирғәт Әүхәҙи улы бөгөн дә буш ултырмай, Өфө предприятиеларының береһендә һаҡ хеҙмәтендә эшләй.
— Шулай ҙа ваҡыт табып, мөмкинлек сыҡҡан һайын тыуған яҡҡа ҡайтырға тырышам. Ауылыма ҡайтҡан һайын тыуған тупраҡтан, ауылдаштар, туғандар менән аралашыуҙан бөтмәҫ көс-дәрт алып ҡайтам,  — ти уҙаман.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас