Йәмғиәт
28 Февраль 2024, 11:45

"Бар ғаилә менән" проекты

Башҡортостан «Бар ғаилә менән» федераль проекты призерҙары иҫәбе буйынса беренсе урында килә

"Бар ғаилә менән" проекты"Бар ғаилә менән" проекты
"Бар ғаилә менән" проекты

Башҡортостандан 12 мең ғаилә «Бар ғаилә менән» федераль проектында ҡатнашты. Республика – әлеге проектта ҡатнашыусылар һәм призерҙар һаны буйынса алдынғылар  араһында. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Президент иғлан иткән Ғаилә йылында ошо турала һөйләү айырыуса күңелле тип билдәләп, ул проектта ҡатнашыусыларҙың бер нисә фотоһын һалған.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, проектта ҡатнашыусыларға артыҡ ҡатмарлы булмаған эштәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, бергәләп киноға йәки башҡа сараға барырға, байрам табынына ризыҡ әҙерләргә, ғаилә менән саңғыла йөрөргә. Фотоларҙы йәки видеояҙманы #всейсемьей һәм  #всейсемьей02 хештегтары менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Иң сағыуҙарына һәм әүҙемдәренә приздар тапшырыла (бүләк сертификаттары, аҡыллы колонкалар һәм хатта сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге бар). Проектта ҡатнашыу өсөн уның сайтында теркәлеү зарур.

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Автор:
Читайте нас