“Күп балалы ғаиләләр - ғәҙәти күренеш булырға тейеш”, – тине Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ил президенты.
Үҙенең сығышында ил Башлығы 2026 йылға тиклем барған “Әсәлек капиталы” программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыласаҡ, тип белдерҙе. Өсөнсө балаға ипотеканы ҡаплауға бирелгән 450 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеүҙе лә 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Шулай уҡ күп бала тәрбиәләгән ата-әсәгә һалым ҡайтармаһы суммаһы ике тапҡырға арттырыласаҡ тип белдерҙе.