Йәмғиәт
29 Февраль 2024, 10:25

“Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр – беҙҙең ғорурлыҡ”

Рәсәйҙә тағы өс милли проект эшләй башлаясаҡ. Шуларҙың береһе –«Ғаилә» милли проекты. Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, был проект тыуымды арттырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

“Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр – беҙҙең ғорурлыҡ”“Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр – беҙҙең ғорурлыҡ”
“Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр – беҙҙең ғорурлыҡ”

Рәсәйҙә тағы өс милли проект эшләй башлаясаҡ. Шуларҙың береһе –«Ғаилә» милли проекты.  Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, был проект тыуымды арттырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

“Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр – беҙҙең ғорурлыҡ”, тине был хаҡта һөйләп Ил Башлығы. Бөгөн илдә 2 миллиондан ашыу өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләр бар.

Проект нигеҙендә күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ийырыуса ҙур ярҙам саралары ҡарала. Мәҫәлән, “Ғаилә ипотекаһы” 2030 йылға тиклем оҙайтыласаҡ һәм уның менән бер бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә файҙалана ала.

«Рәсәй төбәктәре балалы ғаиләләргә үҙҙәренең ярҙам сараларын тормошҡа ашыра. Тыуым кимәле уртасанан түбән булған төбәктәргә булышлыҡ итергә тәҡдим итәм. 2030 йылға тиклем ошондай төбәктәргә 75 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтербеҙ», — тине Президент.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас