Йәмғиәт
6 Март 2024, 05:55

Йүнселдәргә лә ярҙам кәрәк

Республикала эшҡыуарҙар өсөн программалар уңышлы эшләй.

Йүнселдәргә лә ярҙам кәрәкЙүнселдәргә лә ярҙам кәрәк
Йүнселдәргә лә ярҙам кәрәк
Башҡортостандың бәләкәй һәм урта бизнесы Милли гарантия системаһының ярҙамы, шулай уҡ  ташламалы кредитлау программаһы буйынса 39,3 миллиард һумлыҡ ярҙам алды.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, финанс ярҙамы республиканың 1,3 мең компанияһына бирелде.

“Был финанс ярҙамы ошо Милли гарантия системаһында ҡатнашыусыларға артабанғы үҫеш, шулай уҡ инвестициялар өсөн шарттар тыуҙыра. Эшҡыуарҙар был төр ярҙамға кредит өсөн залог булдыра алмаған осраҡта өмөт итә. Ул саҡта 50 процентты Милли гарантия системаһы үҙ өҫтөнә ала”, – ти Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы директоры Андрей Железняков.

Ташламалы хаҡҡа кредиттарҙан төрлө тармаҡ эшҡыуарҙары һәм үҙмәшғүлдәр файҙалана ала. Кредит суммаһы – ике миллиард һумға саҡлы. Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын республикала 2,9 процентҡа арттырырға ниәтләйҙәр.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас