+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 13:00

Гүзәл заттар менән донъя йәмле

Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта әсә, хужабикә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һанала. Бөгөн иһә улар ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы берҙә, хатта уларҙы уҙҙырып та, төрлө өлкәлә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Район үҙәгендәге «Ағиҙел» магазины хужабикәһе Н. А. Маликова ла үҙ эшен асып, байтаҡ йылдар халыҡ мәнфәғәтендә тырышып эшләүсе ханым.

Гүзәл заттар менән донъя йәмле
Гүзәл заттар менән донъя йәмле

Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта әсә, хужабикә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һанала. Бөгөн иһә улар ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы берҙә, хатта уларҙы уҙҙырып та, төрлө өлкәлә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Район үҙәгендәге «Ағиҙел» магазины хужабикәһе Н. А. Маликова ла үҙ эшен асып, байтаҡ йылдар халыҡ мәнфәғәтендә тырышып эшләүсе ханым.

Нәзилә Айытбай ҡыҙы Ишҡол ауылында туғыҙ бала тәрбиәләгән Ғәлләмовтар ғаиләһендә өсөнсөһө була. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп йөрөгән ағаһы Данир туғанын ҡалаға уҡырға алып китә.

— Башта фотографтар һәм һатыусылар әҙерләгән 55-се училищеға барҙыҡ, тик унда төркөмдәр тулған ине һәм шуға юл аша ғына урынлашҡан 63-сө һанлы училищеға инеп, штукатур-маляр һөнәрен алыу өсөн документтарымды тапшырҙыҡ. Бер йыл «һә» тигәнсе үтеп китте һәм уҡыуҙы тамамлағандар йүнәлтмә буйынса мотлаҡ ике йыл эшләргә тейеш ине. Мине бер төркөм ҡыҙҙар менән Златоуст ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр, — тип ярты быуат тиерлек элек булған ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты Нәзилә Айытбай ҡыҙы.

Златоуст ҡалаһына барып төшөү менән ҡыҙҙарҙы дөйөм ятаҡҡа урынлаштыралар. Был мәлдә ҡалала төҙөлөш ҡайнап торған мәл була: йорттар һалына, төрлө социаль-производство объекттары төҙөлә. Шулай итеп, 16-17 йәшлек ҡыҙҙар төрлө төҙөлөштәрҙә эшләп, Златоустың үҫешенә ҙур өлөш индерә.

— Эшләгән — тешләгән, аҡсаһы ла булды. Ғаиләлә балалар күп булғас, әсәйемә аҡса менән даими ярҙам иттем, — тип дауам итә ул. — Шулай ике йыл эшләгәс,  ҡайтырға ла була ине, тик мин тағы бер йыл ошонда ҡалып, эшләргә булдым, өҫтәүенә, Магнитта училищела уҡып йөрөгән Сара һеңлем килде лә минең янда эшкә ҡалырға теләне.  Бәлиғ булмаған һеңлемә опекунлыҡ юллап алып, эшкә төшөрҙөм. Ул токарь булып урынлашты, әйткәндәй, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һөнәренә тоғро ҡалды, маҡталып эшләне.

Әлбиттә, ауыр хеҙмәт үҙенекен итә: көнө-төнө тиерлек  төҙөлөштә тир түккән Нәзилә Айытбай ҡыҙының һаулығы ҡаҡшай һәм төҙөлөш идаралығы уны юллама менән «Янғантау» шифаханаһына дауаланыуға ебәрә.

— Шифахананан һуң, Златоустҡа кире бармай, Магнитогорскиҙа ҡалырға булдым. Тик ҡайҙа барһаң да ҡалала «прописка» һорайҙар. Йөрөй торғас, бер оло ғына кешеләргә пропискаға тороп, колибровка заводына сым ураусы булып эшкә төштөм, — тип һөйләй Нәзилә апай.

Әлбиттә, бында ла эш еңелдән булмай. Махсус ҡорамалға тимер сымдарҙы бер яғынан күтәреп ҡуйырға, икенсе яғынан төшөргә кәрәк була. Сымдың уралыуын да даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Нәзилә Айытбай ҡыҙы әйтеүенсә, ҡулынан сменаһына ике тонналап тимер үткән, уны эшләгән йылдарына ҡабатлаһаң осона сығырлыҡ та түгелдер.

Тырыш, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарған эшсе ҡатындың хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Ғүмерлек тормош иптәшен дә ошо заводта осрата ул. Бөрйән егете Самат Маликов менән танышып, ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡоралар. Йәштәргә ятаҡтан бүлмә бирәләр. Бәхеттерен ишәйтеп, бер-бер артлы ике улдары тыуа һәм завод идаралығы Маликовтарға фатир бүлә.  Донъя көтөүгә ихлас ир менән ҡатын ҡала янында баҡса һатып алып, унда емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә.

— Тик болғансыҡ 90-сы йылдар еткәс, завод көрсөккә терәлде һәм ул ябылды. Эшһеҙ ҡалдыҡ, аҡса килер бер урын юҡ, ә ғаиләне аҫырарға кәрәк. Инде нимәшләргә? Завод хужаларының тәҡдиме менән Бөрйәнгә ҡайтып, хәҙергесә әйткәндә,  эшҡыуарлыҡҡа тотондоҡ. Рюкзак менән әйбер ташып, кешенән ояла-ояла һатабыҙ, — ти ул бөгөн төп шөғөлөнә әйләнгән эшен башлауы тураһында.

Алып-һатарлыҡ менән бер рәттән йәй буйынса еләк-емешен, бәшмәген, дарыу үләндәрен йыйып-һатып та аҡса эшләйҙәр Маликовтар. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа урап үтмәй уларҙы, һатыуға алынған бөтә мөлкәттәрен урлап китәләр. Шулай ҙа юғалып ҡалмай улар, булдыҡлылыҡтары, тырышлыҡтары менән барыһын да өр-яңынан булдыралар.

1995 йылда Бөрйәндән кире ҡалаға ҡайтып, эшҡыуарлыҡ эшен дауам итәләр.

— 2000 йылда заводтың эшен  ҡайтанан тергеҙеүгә өлгәшкәндәр. Беҙҙе лә эшкә саҡырҙылар. Иң элек ирем сыҡҡайны, ул эштә йәрәхәтләнде. Элеккесә эшләргә көсөм етмәҫ кеүек тойоп, башта ризалашмаһам да, бер аҙҙан мин дә эшләй башланым заводта, — ти ул.

Тағы ла заводта 11 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға Н. А. Маликова. Был осорҙа эшҡыуарлыҡҡа ҙур юлдар асылған мәл була һәм Нәзилә Айытбай ҡыҙы Асҡарҙа үҙ сауҙа нөктәһен аса. Бөгөн уның «Ағиҙел» исемле магазины халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана.

— Эште башлағанда улдарым ныҡ ярҙам итте, ул саҡта комбинатта хеҙмәт юлы үткән Илдар һәм Данил кредит алып бирҙеләр. Хәҙер эшебеҙ яйға һалынды, Аллаһҡа шөкөр. Бөгөн был — беҙҙең ғаилә бизнесы, — тип ҡыуанысын йәшермәй Нәзилә Айытбай ҡыҙы.

Тормош иптәше Самат Абдулла улын сир яҡты донъяларҙан иртәрәк алып китеүе үкенесле. Шулай ҙа көслө рухлы ҡатын яҙмыш һынауҙарына бирешмәй,  улдарына терәк-таяныс булып, барыһына шөкөрана ҡылып, заман менән бергә атлай.

Үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып йәшәгән кеше түгел әсәле-уллы Маликовтар. Рауил балалар йортоноң даими бағыусылары булған улар, бөгөн мәсеттәргә һәр яҡлап ярҙам итәләр.

Үҙ еренә бер биҙәк, кәрәкле кеше булып, яҡ­таштарын һөйөндөрөп йәшәгән ошондай гүзәл заттар менән донъя йәмле.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: