+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март , 06:25

Халыҡ мәнфәғәтендә тағы бер милли проект

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты Владимир Путин илдә тағы ла милли проекттар барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Шуларҙың берәүһе – “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” тип атала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Халыҡ мәнфәғәтендә тағы бер милли проект
Халыҡ мәнфәғәтендә тағы бер милли проект

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты Владимир Путин илдә тағы ла милли проекттар барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Берәүһе “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” тип атала.

 “Әле Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәштән уҙҙы. Беҙ коронавирус пандемияһына тиклемге кимәлгә ҡайттыҡ. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғо 78 йәштән кәм булмаҫҡа тейеш, артабан, беҙ күҙаллағанса, “80+” кимәленә сығырға кәрәк. Әлегә ғүмер оҙонлоғо Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән аҙыраҡ булған ауыл биләмәләренә, төбәктәргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, – тине дәүләт башлығы. – Был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта сәләмәт әүҙем ғүмер оҙонлоғоноң артыуы, кешенең үҙ ваҡытын ғаиләһенә, яҡындарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә арнай алыуы мөһим”.

"Йыл аҙағына тиклем мин әйткән бөтә милли проекттар ҙа раҫланырға, үҙ-ара координацияланырға тейеш. Был айырым ведомстволарҙың проекттары түгел, улар дөйөм эшкә хеҙмәт итергә, милли үҫеш маҡсаттарыбыҙға ирешергә тейеш", - тип белдерҙе Владимир Путин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: