+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 12:00

"Таҙа ил" федераль программаһы уңышлы эшләй

Уның ярҙамында сүплектәр урыны таҙартыла

"Таҙа ил" федераль программаһы уңышлы эшләй
"Таҙа ил" федераль программаһы уңышлы эшләй

Республика «Экология» милли проектының «Таҙа ил»федераль проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде. 

Биш йыл эсендә «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ҡала сиктәрендә рөхсәтһеҙ 128 сүплек һәм 80 хәүефле объект йыйып алынған, улар янында 15 миллион кеше йәшәй. 2,2 мең гектар ер таҙартылған.

Башҡортостанда 2023 йылда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә урынлашҡан 5 рөхсәтһеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сүплеге бөтөрөлгән. Был маҡсатҡа 2 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән.

Милли проект ил етәксеһе башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: