+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 10:55

Юл буйы сервисы яҡшыра

Быйыл Башҡортостанда 450 юл буйы сервисы объектын төҙөргә һәм шул уҡ күләмдә яңыртырға әҙерләнәләр.

Юл буйы сервисы яҡшыра
Юл буйы сервисы яҡшыра
 

Был хаҡта хөкүмәт кәңәшмәһендә һүҙ булды.

«Юл яны сервисы буйынса беҙ 2020 йылдан алып әүҙем эшләйбеҙ. 2023 йылда Башҡортостанда 304 яңы юл буйы сервисы объекты сафҡа индерелгән, 307-һе яңыртылған. Бөгөн Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм инвестициялар күләме 4,5 миллиард һумдан ашыу булған 44 инвестиция проекты бар. Быйыл беҙ тағы ла темпты арттырырға һәм 450 юл яны сервисы объектын төҙөп, шунса уҡты яңыртырға планлаштырабыҙ», — тине республика премьер-министры Андрей Назаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостанда республиканың Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһын һәм инвесторҙар өсөн ярҙам саралары комплексын булдырҙылар. Ошондай объекттар төҙөү өсөн ер участкаһы сауҙаһыҙ һәм льготалы ставка буйынса ҡуртымға бирелә, транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөү өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бүленә, килемгә һәм мөлкәткә һалым буйынса льготалы һалым осоро ғәмәлдә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-12/v-bashkirii-postroyat-450-ob-ektov-pridorozhnogo-servisa-3677946

Фото:Башҡортостан хөкүмәте

Автор:
Читайте нас: