Йәмғиәт
15 Марта 2024, 06:49

Пар ҡанат талмай

Ауыл ҡартая, йәштәр ситкә китә тиһәк тә, атай-олатайҙары нигеҙен һаҡлап, йәнтөйәгенә ерегеп ғүмер кисергәндәр, кендек ҡаны тамған ер-һыуының ҡәҙерен белеп, ата-бабалары рухына тоғро ҡалып, донъя көткән, балалар үҫтергәндәр ҙә бар. Улар хаҡында илһөйәр ғаилә тип ғорурланабыҙ.
Утыҙ өйлө Теләш ауылында шундайҙар рәтендә йәштәрҙән Сәлимә һәм Нияз Билаловтарҙы әйтергә була. Ауылда асфальт юл, газ, магазин, мәктәп кеүек уңайлыҡтар булмаһа ла, йылдың-йылы ҡолас ташлап бесән, утын әҙерләп, күпләп эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт үҫтереп, еләк-емешен йыйып, өс баланы тәрбиәләп үҫтереүгә көстәрен йәллә-мәй улар. Бәшмәген йыйып, Мәғнит баҙарында һатыу итеп, тәҙрәләрен евроға алыштырырға, ғаилә бюджетын тулыландырып, бүтән төҙөкләндереү эштәренә тотонорға ла өлгөрә уңған ғаилә.  
Ғаилә башлығы Нияз оҫта ҡуллы, ниндәй эшкә тотонһа ла яратып, еренә еткереп башҡара. Тормош юлдашы Сәлимә  медик һөнәрен һайлаған, олоһо-йәше ауырыһа, уға өндәшә, ярҙа-мынан өҙмәй. Шифаханала эшләй, мәктәп мәҙәниәт усағына әйләндерелгәс, дәртле ҡатын уға етәкселек итеү йөгөн дә үҙ өҫтөнә алды, милли кейемдәр тектереп, «Умырзая» фольклор ансамблен төҙөүгә өлгәште. Билаловтар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға», Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу кеүек ауыл мәнфәғәтендәге төрлө сараларҙы, өмәләрҙе башлап йөрөүселәр, ойоштороу йәһәтенән ярҙам итәләр. Иретеп йәбештереү тәртибен белгән ир уҙаманы атайсалы тарихын яҙып ауыл осона сөгөн ҡулайлама ла эшләп ҡуйҙы. Үткән йылғы эштәргә йомғаҡ яһап, район хакимиәте бер төркөм иптәштәре менән бергә Нияз Билаловты Рәхмәт хаты менән бүләкләп үтте.
Тәрбиәле ғаиләлә үҫкән балалар ҙа аң-белемгә ынтылып тора. Өлкән ҡыҙҙары Диана Ташбулат урта мәктәбендә 2-се класта алдынғыларҙан һанала, төрлө конкурстарҙа, фәнни конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, урындар яулағаны ла бар. 
Һәр атҡан таңға ҡыуанып, ауыл киләсәген уйлап йәшәгән ғаиләләрҙең булыуы бәләкәй ауылдың киләсәгенә өмөт тыуҙыра. Ил-йортобоҙға тиҙерәк тыныслыҡ килһен, балаларға тыныс тормошта йәшәргә яҙһын ине. 
Зөһрә БӘШӘРОВА. 
Теләш ауылы.

Читайте нас