+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 14:00

"Ғаилә менән һайлайбыҙ"

Тауыш биреүҙең икенсе көнөндә халыҡтың күпләп килеүе күҙәтелә.

"Ғаилә менән һайлайбыҙ"
"Ғаилә менән һайлайбыҙ"

Байым ауылында урынлашҡан 770-се һайлау участкаһында бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә айырыуса йәнле булды тип хәбәр итте һайлау комиссияһы ағзаһы Рәйлә Собханғолова.

-Күптәрҙең ғаиләләре менән килеүе ҡыуаныслы. Айырыуса Туйыш халҡы актив булды.Тәүге тапҡыр һайлаусылар ҙа күп. Мәҫәлән, Илнур Зекрин менән Илфат Ғаззалов тормоштарында беренсе мәртәбә гражданлыҡ бурыстарын үтәне, - ти Рәйлә Урал ҡыҙы.

Республикала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең төбәк бәйләнеш үҙәге эшләй. Һайлау участкаһы адресын асыҡлау һәм башҡа һорауҙар буйынса 8-800-200-00-20 номерына бушлай шылтырата алаһығыҙ. Шылтыратыуҙар 18 мартҡа тиклем тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

 
 
 
 
 
 
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: