+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 08:37

Ватанды һаҡлау ир-егеттең изге бурысы

Һәр дәүерҙә лә тыуып-үҫкән ерен дошмандан ҡурсалау — ир-егеттең төп бурысы һанала. Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә,  көслө рухлы, батыр ир-егеттәр Ватан һағына баҫты. Атауҙы ауылынан А. Ә. Суфиянов та шундайҙарҙың береһе.

Ватанды һаҡлау  ир-егеттең изге бурысы
Ватанды һаҡлау ир-егеттең изге бурысы

Һәр дәүерҙә лә тыуып-үҫкән ерен дошмандан ҡурсалау — ир-егеттең төп бурысы һанала. Илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә,  көслө рухлы, батыр ир-егеттәр Ватан һағына баҫты. Атауҙы ауылынан А. Ә. Суфиянов та шундайҙарҙың береһе.

— Илгә ҡурҡыныс янағанда уның һағына баҫыу, именлеген тәьмин итеү — изге йола. Ил Башлығы Донбасс республикалары биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы хәрби көстәренең махсус операцияһы башланыуы тураһында белдергәс, күп тә тормай унда ҡатнашыу өсөн республикала Шайморатов исемендәге батальон төҙөлөүе хаҡында мәғлүм булды. Данлыҡлы геройыбыҙ исемен алған полк составында Ватанды һаҡларға китергә ҡарар иттем. Тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында Өфөнән кире ҡайтарҙылар, — тип башланы һөйләшеүҙе Азамат Әнүәр улы. — Ошо йылдың сентябрендә илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә, хәрби комиссариаттан повестка алып килеп тапшырҙылар һәм мин, бер ниндәй икеләнеүһеҙ, барырға ҡарар иттем.

Быға тиклем Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен алған, Хабаровск өлкәһендә элемтә ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан, Магнитогорск, Өфө ҡалаларында эшләп, кире тыуған яғында — Йәнгелдә ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләп йөрөгән еренән махсус хәрби операцияға китә Азамат Суфиянов.

— Башта өс ай дауамында Һарытауҙа хәрби әҙерлек үттек. Унан инде Һарытау полкының 2-се штурумлау батальоны составында Белоруссия аша Украинаға индек, — тип һөйләй ул. — Әлбиттә, һуғыш — һәр ерҙә һуғыш инде, йылдан ашыу хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килде: еңеүҙәр һәм еңелеүҙәрҙе, үлемде, ерле халыҡтың күҙ йәшен,ҡайғыһын, иптәштәрҙе юғалтыуҙарҙы, яраланыуҙарҙы...

Азамат та ут эсендә ике тапҡыр яралана.

— 2023 йылдың июнендә һул аяғымдың табанына снаряд ярсығы тейҙе. Госпиталдә бер айҙан ашыу дауаланғандан һуң, ҡайтанан сафҡа баҫтым, — тип дауам итә ул.

Уҙған йылдың сентябрендә Донецк республикаһының Бахмут йүнәлешендә ҡаты алыштар булыуы хаҡында барыбыҙ ҙа хәбәрҙар. Нәҡ ошо яуҙа Клещеевка ауылын штурмлағанда Азамат Суфиянов икенсе тапҡыр яралана, был юлы снаряд ярсығы уның башына тейә.

— Был яуҙа күптәр башын һалды, минең кеүек яраланғандар ҙа аҙ булманы. Бик ауыр хәлдә Луганск ҡалаһынындағы госпиталгә оҙатҡандар һәм операция яһағандар. Операциянан һуң ғына аңыма килдем. Артабан дауаланыу үтеү өсөн Дондағы Ростов ҡалаһына реабилитация үҙәгенә самолет менән ебәрҙеләр, — тип тыныс ҡына һөйләй яугир.

Бында ике ай дауаланыу курсы үткәндән һуң яҡташыбыҙҙы хәрби-врач комиссияһы хәрби хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙ тигән һығымта менән билдәле ваҡытҡа тыуған яғына ҡайтара. Ошо көндәрҙә Азамат Суфиянов ҡабаттан Дондағы Ростов ҡалаһына юлланды, унда хәрби-врач комиссияһы яугирҙең сәләмәтлеген тикшереп, артабан хәрби хеҙмәткә яраҡлы-яраҡһыҙ булыуы хаҡында һуңғы һүҙен әйтергә тейеш.

— Тыуған еребеҙҙе дошмандарҙан ҡурсалар өсөн яуға баҫҡан ватандаштарыбыҙҙың ҡыйыулығы, хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итер өсөн бөтә халыҡтарҙың берҙәй күтәрелеүе еңеүгә килтереренә шик юҡ. «Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!», тип ышаныслы әйтә алам. Ер йөҙөндә бөтә кешеләр ҙә тыныс тормошта йәшәргә хоҡуҡлы, — тигән фекерҙә Азамат Әнүәр улы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: