-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 09:15

Яугирҙәргә ярҙам кәрәк буласаҡ

«Шаг навстречу миру» проектына йомғаҡ яһалды

Яугирҙәргә ярҙам кәрәк буласаҡ
Яугирҙәргә ярҙам кәрәк буласаҡ

Район инвалидтар ойошмаһының уҙған йылда Президент гранттары фонды конкурсында еңгән проекты «Шаг навстречу миру» тип аталды. Ул уңышлы тормошҡа ашырылды һәм ошо көндәрҙә уның эшенә йомғаҡ яһау буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

Һөйләшеүҙә район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Әҡсәнова,  «Абзелил» гәзитенең баш мөхәррире Таңсулпан Йомағужина, «Боевое братство» ойошмаһы рәйесе Рузил Низаметдинов, Социаль фондтың клиент хеҙмәте етәксеһе Сәләх Йомағужин, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Таһир Сәйфуллин ҡатнашты.

«Шаг навстречу миру» проектының ниндәй маҡсаттар ҡуйыуы һәм уларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында уның етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова һөйләне.

— Махсус хәрби операциянан яраланып йәки башҡа сәбәптәр буйынса ҡайтҡан яугирҙәргә һуғыштан ҡайтҡас та еңел түгел. Уларға киренән тыныс тормошҡа күнегергә кәрәк.   Сөнки һәр ваҡыт хәүеф тойғоһо аҫтында булыу, бөтә яҡтан ҡурҡыныс көтөү, иптәштәренең һәләк булыуын күреү, яраланыуҙары кешегә кире йоғонто яһай. Яугиргә ныҡлы көсөргәнештән һуң тыныс мөхит  сит, ят булып күренә. Психологик тетрәнеүҙәр һәм йәрәхәттәрҙән һуң ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу менән бәйле ауырлыҡтар тыуа. Нисек  тыныс тормошҡа ҡарай аҙым яһарға? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә яугирҙәр ҙә уны үҙаллы эшләй алмай. «Шаг навстречу миру» проекты тап  шул маҡсатта булдырылды. Проект сараларына социаль-психологик ярҙам кабинетын йыһазландырҙыҡ. Беҙҙең команда яугирҙәрҙе реабилитациялау, уларға психологик ярҙам күрһәтеү өҫтөндә эшләне, – тип билдәләне Нәсимә Вәйес ҡыҙы. — Проект шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, инвалидтарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Уҙған йылдың июленән 2024 йылдың мартына тиклем 42 кеше, шул иҫәптән 16 махсус хәрби операция яугире һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, 26 инвалид беҙҙең ярҙамды алды. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Ҡурай" паркында спорт туризмы буйынса район ярыштары, "Умарта" кафеһында "Һинең өсөн йырҙарым, Ватаным" патриотик йырҙар конкурсы  һәм район мәҙәниәт һарайында район етәкселеге ҡатнашлығында социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте.

Проекттың координаторы Таңсулпан Йомағужина уның яугирҙәр өсөн көнүҙәк һәм мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Грантты яҙған ваҡытта беҙҙе күп һорауҙар борсоно. Килеп сығырмы? Һуғыш үткән яугирҙәр беҙҙең ярҙамға мохтажмы? Уны кәрәк тип һанарҙармы? Төп маҡсатыбыҙ — социаль-психологик кабинеттың яу юлын үткән райондаштарыбыҙ, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтар өсөн асыҡ булыуы, унда килгән һәр кем үҙенә кәрәкле ярҙамды таба тигәнде аңлатыу ине. Сөнки ҡайһы саҡта һөйләшеп кенә кеше хәлен еңеләйтергә, һорауҙарына яуап табырға мөмкин. Ә беҙҙең яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам кәрәк. Һәм дәүләт тәьмин иткән түләмдәрҙән тыш, күңел торошон яйға һалыу буйынса ла терәк булыу мөһим. Проект бик кәрәкле, кабинетҡа килгән һәр кемдең ошо хаҡта белдереүе эшебеҙгә юғары баһа булды.

 Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар үҙ фекерен белдерҙе, тәҡдимдәрен әйтте.

— Үҙ ваҡытында беҙгә тыныс тормошҡа ҡайтыу юлы еңел булманы. Ул саҡта беҙгә туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ ғына ярҙам итте, — тип билдәләне «Боевое братство» ойошмаһы рәйесе Рузил Низаметдинов. — Ә хәҙер дәүләт тарафынан яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Тап шундай кәрәкле йүнәлеште һайлаған проект командаһына рәхмәт. Әлбиттә, беҙҙең ойошма ла был юҫыҡта эшләй, ир-егеттәр һуғыштан ҡайтып үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаһын өсөн тырышабыҙ.

Махсус хәрби операция яугирҙәре Икрам Мөхәмәтдинов менән Динир Ҡунафин проекттың кәрәкле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 — Район инвалидтар ойошмаһы проекттарында һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡатнашам. Беҙ Ағиҙел буйлап һалда йөҙҙөк йөрөнөк, ауыл хәбәрсеһе булараҡ мәҡәләләр яҙырға өйрәндек,  «Шаг навстречу миру» проектында социаль-психологик реабилитация курсын үттем. Был проекттар беҙгә аралашырға, яңы дуҫтар табырға, донъяны күреп белергә ярҙам итеүе менән мауыҡтырғыс, — тип белдерҙе Асҡар инвалидтар ойошмаһы рәйесе Зифа Фәтхетдинова.

Нәсимә Вәйес ҡыҙы һөйләшеүҙе тамамлап, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән район етәкселегенә, команда белгестәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

— Ил именлеге өсөн көрәшкән һәр яугир тыуған яғына ҡайтҡас, барыбыҙҙың да иғтибарына-хәстәренә мохтаж. Проекттың мөһимлеген аңлап, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәт. Күмәкләп ҙур эште атҡарып сыҡтыҡ, — тип йомғаҡланы түңәрәк өҫтәл эшен Н. Әҡсәнова.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: