1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостан пенсионерҙары ҡала яны тимер юл транспортында 50 процент ташлама менән йөрөргә мөмкин. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Ташлама менән файҙаланыу өсөн билет һатып алған ваҡытта паспорт менән граждандың льготалы статусын раҫлаған документты (пенсия танытмаһы, хеҙмәт ветераны танытмаһы, хәрби хеҙмәт ветераны танытмаһы һәм башҡалар) күрһәтергә кәрәк.
Фото һәм мәғлүмәт Башинформдан.