Бөгөн Өфөлә «Агрокомплекс-2024» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе барышында Саҡмағош районында «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы етештереү корпусы эшенә старт бирелде.
2023 йылда инвестор бөлгөнлөккә төшкән предприятиены тергеҙеүгә өлгәште. 1976 йылда ойошторолған предприятие йылына 7 миллион тоннаға тиклем йомортҡа етештерә ине, ә 2017 йылда бөлгөнлөккә төшөүгә бәйле ҡошсолоҡ фабрикаһы эшен туҡтатты. Ҡош итен етештереүҙе тергеҙеү буйынса инвестиция проекты 2 февралдә «Инвестиция сәғәте» ултырышында ҡаралды һәм өҫтөнлөклө тигән статус алды.
Предприятие директоры Булат Рафиҡов билдәләүенсә, хәләл ҡош ите етештереү күләме йылына 480 тоннаға тиклем артасаҡ. 70 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Фото һәм мәғлүмәт Башинформдан.