Йәмғиәт
29 Март 2024, 10:25

Беҙҙең Йәмил мулла

Мосолман донъяһында һәр кемгә фарыз һаналған ғибәҙәт – ураҙа – Рамаҙан айы бара.

Дини мәғлүмәттәр буйынса Ҡөрьәндең иң беренсе аяттары ошо изге айҙа Күктән ергә төшөрөлгән. ХХ быуат башында ғибәҙәт ҡылыу йорттары келәт, иген һаҡлағыс, клуб, мәктәп, ятаҡтар итеп үҙгәртелеп, манаралары ҡолатылды. Шулай ҙа дини конфессияларҙың хәле 1991 йылдың 20 июнендә дин азатлығы тураһында закон ҡабул булғас, ҡырҡа үҙгәрҙе. Сәүит осоронда сабыйҙарға мулланан исем ҡысҡыртыу, әйсәләү һәм башҡа дини ғәмәлдәр тыйылды. Атеизм тәрбиәһе дин иреклеген ҡабул итеү менән юҡҡа сыҡты. Кисәге коммунистар халыҡ араһында баштарына түбәтәй кейеп, доғалар уҡый башланы. Был, сәүит осоронда дингә ҡаршы синыф дошманы менән көрәшергә тигән сәйәсәт алып барылһа ла, мосолмандың иманына, Аллаһы Тә- ғәлә ҡанундарына тоғро булып ҡалыуын күрһәтә. 
Аллаһ исеме яңынан ишетелеү менән хаҡ мосолмандар мәсеттәр төҙөргә тотондо. Күсем ауылынан Йәмил Ғәммәр улы Фәйезов манараһы әллә ҡайҙан күренеп торған, ҡарағайҙан ғибәҙәт йорто төҙөп тә ҡуйҙы. Мәктәп янында ярамай тиеүселәр булһа ла, олоһона ҡушылып бала-саға ла уҡымышлы мулланың доға-сүрәләрҙе көйләп һөйләүен тыңлап, дингә ылыҡты. Имам-хатип балаларҙы ғәрәпсә уҡырға өйрәтеү менән дини тәғлимәт тураһында белешмә биреүҙе үҙенең төп бурысы тип һанай. 
Дини ғаилә мәсеттә мосолманға тейешле аяттар уҡыта, ҡорбан салып, әҙәм рухын һәр төрлө боҙоҡлоҡтарҙан, гонаһтарҙан арындырырға өндәп, үҙҙәренә һауап ала. Күрше-тирә ауылдар халҡы ла Йәмил мулланы үҙ күреп, ҡорбан-аят аштарына саҡыра. Дин әһеле матур итеп вәғәздәр һөйләй, һорауҙарға яуап бирә. 
Күсем ауылы мәсетен ҡатыны Шәүрә, килене тәрбиәләп тота, бар ерҙә таҙалыҡ күҙгә ташлана, йәйен баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Мосолман донъяһына нур һирпкән дини йорттан кеше өҙөлмәй, халҡы насар ғәҙәттәрҙән арына, йома сәйҙәренә йөрөй, әрүахтар рухына хәйер-саҙаҡа бирә.
Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, дин әһелдәре, хаҡ мо- солмандарҙың изге теләктәренең, бетеүҙәренең ярҙамы тейһен. Иншаллаһ, Йәмил мулла ауыл биләмәһендә үткән бар сараларға бағыусы ла. Ил яҙмышы ир иңендә тип ул Украинала барған МХО-лағы яугирҙәр янына ике тапҡыр барып ҡайтты. Мобилизацияланған улы Динис менән күрешеү бәхетенә ирешә. Былау бешереп, яу яланында баштарын һалғандар рухына аят бағышлай. Уҡы- ған доғалары ҡанлы бәрелештәрҙе туҡтатырына өмөт бағлай, нацизмды еңеүҙәренә ышаныс тыуҙыра.
Бөйөк Ватан һуғышында дин тотҡандарҙың имен-һау, яраһыҙ ҡалыуҙарына арналған кинофильмдар байтаҡ. Күсем ауылы имамы Йәмил мулла Фәйезов һуғышсыларҙы дингә әйҙәй, тоғро иманлы юлда булғандарға сүрәләр, бетеүҙәр ярҙамы тейһен, тыуған яҡ тупрағына ете ағзаһы ла теүәл килеш ҡайтыуҙарын теләп, доғалар ҡыла.
Мәккәгә йәйәү барып, хаж ҡылып, өс йылдан әйләнеп ҡайтҡан олатайҙар, биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тотҡан өләсәйҙәр, тәңкәле өр-яңы күлдәктәр кейеп әйсәләүҙәр – бала саҡ хәтирәләре. Йән-тән сихәте биргән ураҙа тотҡандарға иманлы тормош юлдаш булһын!

Зөһрә БӘШӘРОВА.
 Теләш ауылы.

Читайте нас