Ишҡол урта мәктәбе коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Белеүебеҙсә, урман-ҡыр шарттарында көрәш алып барған яугирҙәргә тағылмалы мунса бик кәрәк. Ошо мөһим эшкә уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, техник хеҙмәткәрҙәр дәррәү ҡушылды: материал алыуға, мунса кәрәк-яраҡтарына, юл сығымдарына аҡса йыйылды.
Илнур Баязитов, Илфат Әбузәров, Даян Сәйфуллин, Шамил Тимерйәнов, Мәүлит Хөббөтдинов ағайҙар ғинуар айында дәррәү эшкә тотондо. Ҡатын-ҡыҙҙар милли ризыҡтарҙан торған күстәнәстәр әҙерләне, шәхси эшҡыуар Рөстәм Махийәнов вакуумлы пакеттарҙа йылҡы ите тапшырҙы. Уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы, улар һалдаттарға хаттар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө.
Мәктәптә уҙған линейкала директор Азат Махийәнов был изге эштән ситтә ҡалмаған, гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Роза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Ишҡол ауылы.